Салауат тоҡомонан ул25.09.2013
“Киске Өфө” гәзите хеҙмәткәре, билдәле журналист Зәйтүнә Ниғәмәтйәнованың “Теле булһа икән таштарҙың” тигән китабы өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға тәҡдим ителеүен шатланып ҡабул иттем.

Башҡорт халыҡ йырын урын-еренә еткереп башҡарыу өсөн кәмендә башҡорт булыу кәрәк, тигәндәй, милли батырыбыҙ Салауат хаҡында йән һыҙлауы аша, күңел ҡылдарын сыңлатырлыҡ итеп китап яҙыу өсөн дә кәмендә шул ерҙең тупрағында аунап, елен еҫкәргә кәрәктер. Ә Зәйтүнә Салауаттың ат тояҡтары ҡағылып үткән ерҙәрҙә тыуып үҫкән. Шул замандарҙан алып иленән айырылған батыр рухын эҙләп аҙашып йөрөгән елдәр уның сәсен тарағандыр, ул һыуһынын ҡандырған тап ошо изге ерҙәге йылға-шишмәләр рухын байытҡандыр… Батыр хаҡында хикәйәттәр, тарихтар уның ҡанындалыр. Китаптың һәр юлында күңел, хис эскерһеҙлеге, батыр рухына тоғролоҡ, ихтирам сағыла.
Китап юлъяҙма рәүешендә яҙылған. Салауат эҙҙәрен юллау батыр рухына мәҙхиә рәүешендә бирелә. Юҡ, күргәндәрен тәфсирләп, һөйләп кенә бармай журналист, уйландыра, проблемалар күтәрә, үҙе лә тынғыһыҙ уйҙар солғанышында… Шуның менән дә баһалы, фәһемле был китап. Быға бер миҫал килтереп үтәйек.
“Һүҙ юҡ, байрам шәп булды, әммә унда Салауат рухы ғына тойолманы. Бындай тойғо инде беренсе йыл ғына күңелдә урын алмай. Тәүге “Салауат йыйыны”н үткәргәндәге мәлдәр, ундағы күтәренкелек, ундағы рух һағындыра. Ярай, салауаттарҙың ғына түгел, тотош Башҡортостандың символына әүерелгән милли батырыбыҙ иҫтәлегенә “Салауат көндәре”н, Салауат йыйынын үткәреү баш ҡалала хәҙер уның һәйкәленә сәскәләр һалыу менән генә сикләнһә, батырҙы донъяға биргән, уның аяҡ эҙҙәрен, моңон, рухын һаҡларға тейешле Салауат районы өсөн был байрам һәр саҡ өҫтөнлөклө булып ҡалырға, хатта республикала был исем онотолғанда ла, салауаттар уны иҫтән сығарырға тейеш түгел, киреһенсә, байраҡ итеп күтәрергә тейеш ине, минеңсә”.
Артабан Зәйтүнә Наримйән ҡыҙы районының бөгөнгөһө, иртәгәһе өсөн һыҙланыуын да йәшермәй.
Салауаттың каторгаға киткән юлын ғына гиҙмәгән журналист, райондағы батыр эҙен һаҡлаған, исеменә бәйле һәр урында булырға тырышҡан һәм шуны ябай тел менән уҡыусыларға бәйән иткән. Китапты уҡығанда автор менән бергә йөрөп, яҙғандарын үҙ күҙең менән күргәндәй булаһың. Кисергәндәре ҡойон һымаҡ һинең дә күңелең аша үтә.
Зәйтүнәне уҡыусы сағынан беләм. Ауылдашы менән студент саҡта бер бүлмәлә йәшәргә насип булғайны. Шул ваҡытта уҡ ҡыйыу, ныҡышмал икәнлеге хаҡында хәбәрҙар инем. Артабан ваҡытлы матбуғаттағы көнүҙәк темаларға арналған мәҡәләләрен даими уҡып, журналислыҡ ижадын күҙәтеп барҙым. Бәләкәй генә буйлы ошо һылыуҙың ҡыйыулығы, хатта ҡайһы саҡ дыуамаллыҡ ҡатыш саялығы һоҡландырҙы ла, аптыратты ла. Үҙ һүҙен әйтә белә. Теле ифрат бай. Ҡыҫҡаһы, Салауаттай яугир рухҡа эйә һымаҡ тойола ул.
Таланттарға ярҙам итергә кәрәк, әрһеҙҙәр терһәк менән дә юл ярыр, тигәндәй, таланттарҙы мәлендә күтәрергә, рухландырырға кәрәктер. Хеҙмәтеңә үҙ мәлендә бирелгән ғәҙел баһа кешене илһамландыра, яңы еңеүҙәргә әйҙәй. Милли батырыбыҙ исемен мәңгеләштереү, рухын халыҡҡа еткереү буйынса ифрат ҙур эш башҡарған ошо һылыуыбыҙ — журналист Зәйтүнә Ниғәмәтйәнова, минеңсә, был премияға ысын-ысындан лайыҡ. Журналистар, ҡәләм тирбәтеүселәр күп арабыҙҙа, ләкин йөрьәт итеп, һүҙен ҡурҡмай үҙ ваҡытында әйтеүселәр, халыҡҡа йүнәлеш биреүселәр самалыраҡ.
Халыҡты халыҡ итеүсе — шәхес, шәхесте шәхес итеүсе — халыҡ. Салауат ҡыйыулығы менән халҡын күтәргән. Шуға халҡы, ниндәй тыйыуҙар булғанда ла, уның исемен, батырлығын онотмаған. Зәйтүнәнең милли геройыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү йәһәтенән атҡарған хеҙмәте лә уның тап халыҡ күтәрә торған шәхестәр иҫәбендә икәнен йәнә бер ҡат раҫланы. Афарин, Зәйтүнә! Рәхмәт һиңә. Батыр рухына тоғро булғаның өсөн. Тәүәккәллегең өсөн.


Вернуться назад