Рөстәм Мәрҙәновҡа ышаныс күрһәтелде11.09.2013
Рөстәм Мәрҙәновҡа ышаныс күрһәтелдеБашҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары итеп Рөстәм Мәрҙәновты тәғәйенләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Рөстәм Хәбиб улы Мәрҙәнов 1964 йылда Өфөлә тыуған. Өфө дәүләт авиация институтын тамамлаған, иҡтисад фәндәре кандидаты. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1986 йылда Өфө авиация институтының иҡтисад һәм машина эшләү производствоһын ойоштороу кафедраһында инженер булып башлай. 1995—1998 йылдарҙа — Башҡортостан Милли банкының сектор мөдире, идаралыҡ начальнигы, рәйес урынбаҫары. 1998—2001 йылдарҙа Башҡортостандың иҡтисад һәм монополияға ҡаршы сәйәсәт министрының беренсе урынбаҫары, республика Милли банкы рәйесенең беренсе урынбаҫары, рәйес вазифаһын башҡарыусы була. 2002 йылдан әлегә тиклем — Башҡортостан Республикаһының Милли банкы рәйесе.

***
Башҡортостан Президентының тағы ла бер Указына ярашлы республика Хөкүмәте составында Премьер-министрҙың ун урынбаҫары, шул иҫәптән ике беренсе урынбаҫар билдәләнде.


Вернуться назад