Американдар беҙҙә эшләргә теләй11.09.2013
Башҡортостанға эш сәфәре менән Америка Ҡушма Штаттарынан делегация килде. Был йәй көнө Президентыбыҙ Рөстәм Хәмитовтың АҠШ-ҡа барыуына яуап сәфәре ине.
Америка эшҡыуарҙары менән бергә Екатеринбург ҡалаһындағы АҠШ-тың Генераль консулы Отто Ханс Ван Маерссен, уның сәйәсәт һәм иҡтисад буйынса ярҙамсыһы Елена Жеберлева ла бар ине.
— Һеҙҙең килеүегеҙгә бик шатбыҙ. Быны Американың Рәсәй төбәктәре менән хеҙмәттәшлеген арттырыу теләге тип ҡабул итәбеҙ. Башҡортостан — илдең ҙур, ҡеүәтле төбәге, байтаҡ күрһәткестәр буйынса алдынғылар рәтендәбеҙ. Даими үҫеш бар, инвестициялар йәлеп итеү өсөн күпте эшләйбеҙ. Һеҙҙе лә хеҙмәттәштәребеҙ рәтендә күреүе ҡыуаныслы, — тине Рөстәм Хәмитов.
Президент республикала инвесторҙар өсөн булдырылған уңайлы шарттар тураһында һөйләне. БРИКС һәм ШОС саммиттарына әҙерлек барышы хаҡында мәғлүмәт бирҙе. Рөстәм Зәки улы әйтеүенсә, беҙгә юлдар һалырға, күберәк арзан һәм сифатлы йорттар төҙөргә, төрлө ҡалдыҡтарҙы эшкәртергә өйрәнергә, яңы технологиялар, предприятиелар, ҡорамалдар кәрәк. Ошо йәһәттән АҠШ менән эшләү, уларҙың тәжрибәһе бик уңышлы.
— Башҡортостанға тәүгә килеүем. Һеҙҙә артабан йышыраҡ булырға ине иҫәп. Башҡортостан менән беҙҙең Генераль консуллыҡ бер нисә йүнәлеш буйынса электән хеҙмәттәшлек итә, — тине Отто Ханс Ван Маерссен. — Бөгөн беҙгә иҡтисади хеҙмәттәшлекте үҫтереү зарур. Хәҙерҙән һеҙгә килеп эш башларға теләүселәр бихисап. Бергәләп ошо йүнәлештә эшләйек.
АҠШ эшҡыуарҙары үҙҙәренең тәҡдимдәрен әйтте.