“Мандатымды өмөтлө йәш сәйәсмәнгә тапшырасаҡмын”11.09.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың киң мәғлүмәт саралары хәбәрселәре менән йәнә осрашты. Был юлы төбәк етәксеһе йәкшәмбе көнө үткән һайлау барышы, уның һөҙөмтәләре тураһында һөйләне.

Тәү сиратта Президент һайлау участкаларына килеп гражданлыҡ бурысын үтәүселәргә рәхмәт әйтте. “Халыҡ хис-тойғоға бирелмәй, айыҡ аҡыл менән эш итте. Һөҙөмтәләр күпселектең “Берҙәм Рәсәй” партияһына ышаныс күрһәтеүен тағы бер тапҡыр иҫбатланы”, – тине Рөстәм Хәмитов.
“Һайлауҙа йәмғеһе 19 партия ҡатнашты. Республика парламенты тарихында беренсе тапҡыр алты партия вәкилдәре эшләйәсәк. “Берҙәм Рәсәй”ҙән тыш, был Коммунистар партияһы, Либераль-демократик партия, “Рәсәй патриоттары”, “Социаль теләктәшлек партияһы”, “Йәшелдәр альянсы — халыҡ партияһы”.
“Рөстәм Зәки улы, парламент депутаттарына кандидаттар исемлегендә Һеҙ ҙә бар. Мандаттың киләсәген белге килә?” – тигән һорауға республика етәксеһе: “Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға депутат мандатымдан баш тартасаҡмын. Уны өмөтлө йәш сәйәсмәнгә тапшырасаҡмын”, – тип белдерҙе.
Һайлау кампанияһы һөҙөмтәләренән тыш, Рөстәм Хәмитов экология мәсьәләһе, Әбйәлил һәм Белорет райондарында ташҡындан зыян күреүселәргә компенсация түләүҙең икенсе этабы тураһында ла һөйләне. Был эш ошо көндәрҙә тамамланырға тейеш. Әле матди ярҙам күрһәтеүгә федераль бюджеттан 40 миллион һумдан ашыу аҡса күсерелгән.


Вернуться назад