Күрешеү һөҙөмтә бирмәне11.09.2013
Санкт-Петербург ҡалаһында “Ҙур егерме” илдәре етәкселәренең саммиты булды. Унда көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды.

Саммитта ҡатнашыусылар икегә бүленде

Владимир Путин менән Америка Ҡушма Штаттары президенты Барак Обаманың осрашыуын күптәр түҙемһеҙлек менән көттө. Ни тиһәң дә, Сноуден менән бәйле ваҡиғанан һуң Обама Путин менән осрашыуҙан баш тартҡайны. Әммә ике лидерҙың осрашыуы көткән һөҙөмтәне бирмәне: Барак Обама Сүриәгә ҡаршы һуғыш асыу уйынан дүнмәне. Улай ғына ла түгел, АҠШ Сүриәне бомбаға тота башлау көнөн дә билдәләп ҡуйҙы. Владимир Путин коллегаһын был уйынан баш тартырға саҡырып ҡараны, Сүриә етәкселегенең химик ҡорал ҡулланыу ихтималлығын боевиктар тарафынан уйлап сығарылған уйҙырма икәнлеген төшөндөрөргә ынтылды, тик һөҙөмтә булманы. АҠШ-тың был маҡсатын әлегә бер нисә ил генә хуплай. Улар араһында Австралия, Франция, Төркиә, Сәғүд Ғәрәбстаны, Канада бар. Һуғыш башлауға ҡаршы булған Рәсәй яғын яҡлаусылар иҫәбенә Ҡытай, Һиндостан, Индонезия, Аргентина, Бразилия, Көньяҡ Африка Республикаһы инә. “Ҙур егерме” саммитында ҡатнашҡан башҡа илдәр икеләнеүен йәшермәй. Дөрөҫ, Бөйөк Британия парламенты ҡарарына һылтанып, премьер-министр Дэвид Кэмерон һуғышта ҡатнашыуҙан баш тартты. Германия канцлеры Ангела Меркель иһә саммит барышында ғына үҙ ҡарарын үҙгәртте булһа кәрәк, сөнки ул да быға тиклем Рәсәй позицияһын хуплай ине. Әгәр ҙә АҠШ Сүриәгә ҡарата һуғыш башлай ҡалһа, Рәсәй ҙә был конфликттан ситтә ҡалмаясаҡ. В. Путин был хаҡта асыҡтан-асыҡ белдерҙе. Бындай хәл килеп тыуа ҡалһа, ысынлап та, Рәсәй күҙәтеүсе сифатында ғына сығыш яһамаясаҡ. Иран, Ҡытай, Һиндостан кеүек илдәр ҙә Бәшәр Әсәд режимын яҡлаясаҡ. Сүриә тирәһенә тупланған көсөргәнешлек көсәйә төшөп, ут тоҡана ҡалһа, бының өсөнсө Бөтә донъя һуғышына алып килеүе ихтимал. Илебеҙ етәксеһе Владимир Путин тап ошо хәлде булдырмаҫ өсөн көрәш алып бара ла инде.

Күршеләр дуҫлашырмы?

Саммит барышында Япония премьеры Синдзо Абэ менән Ҡытай Халыҡ Республикаһы рәйесе Си Цзиньпин тәүгә осрашты. Синдзо Абэ былтыр декабрҙә, ә Си Цзиньпин быйыл мартта ғына власҡа килгәйне. Быға тиклем уларҙың ҡара-ҡаршы ултырып һөйләшкәндәре юҡ ине. Ә ике ил араһында хәл итәһе проблемалар етерлек. Әлбиттә, иң башта биләмәләр буйынса булған бәхәскә нөктә ҡуйырға кәрәк. Япондар – Сенкаку, ҡытайҙар Даоюйдао тип йөрөткән утрауҙар өсөн ыҙғыш, тиҫтәләрсә йылдарға һуҙылып, былтыр йәнә көсәйеп киткәйне. Бәхәсле утрауҙарҙы былтыр Япония шәхси ҡулдарҙан һатып алып, үҙ биләмәһен бер аҙға булһа ла киңәйтеүгә өлгәште. Рәсми рәүештә Пекин был утрауҙарҙы үҙенеке тип иҫәпләй. Бындай көсөргәнешле шарттарҙа ике ил араһындағы хеҙмәттәшлекте киңәйтеү тураһында һүҙ алып барыу урынһыҙ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Пекин менән Токионың мөнәсәбәттәрҙе көйләп, килешеү төҙөү мөмкинлеге бар. Тик бының өсөн уртаҡ фекергә килеү мотлаҡ. Әлегә иһә ике яҡ та бирешергә теләмәй.

Күтәрелешкә өмөт бағлап

Саммит барышында иҡтисад мәсьәләһенә ярайһы уҡ ҙур урын бирелде. Был йәһәттән илебеҙ етәкселегенең өмөтө бер аҙ аҡланды тип әйтергә ярай. Иҡтисади әүҙемлеккә ынтылыш биреү, яңы эш урындары булдырыу буйынса дөйөм план раҫланды. Был тема буйынса БРИКС илдәре етәкселәренең айырым һөйләшеүе лә иғтибарға лайыҡ. Билдәле булыуынса, БРИКС илдәре үҙенең үҫеш банкын булдырыу хаҡында һүҙ алып бара. Был банк БРИКС илдәре өсөн Халыҡ-ара валюта фондын алыштырырға тейеш. БРИКС илдәре үҙ резерв фондын булдырырға ла иҫәп тота. Үҫешә барған был илдәрҙең киләһе саммиты Бразилияла булһа, 2015 йылда ул Өфө ҡалаһында үтәсәк. Әлегә иһә ҡайһы илдең күпме иғәнә индерәсәге хаҡында фекер алышыу бара. Донъя иҡтисади үҫешенә килгәндә инде, “Ҙур егерме” илдәре етәкселәре ирекле сауҙа итеүгә кәртә ҡуймау хаҡында килеште. Евросоюз президенты Херман Ван Ромпей белдереүенсә, быға тиклем ирекле сауҙа итеүгә 700-ләп сикләү булған. Уныңса, ошо сикләүҙәрҙе бөтөрөү дөйөм иҡтисади күтәрелешкә алып киләсәк. Ул Халыҡ-ара валюта фондын реформалауға ҡағылышлы тәҡдимдәрен дә еткерҙе. Үҙгәрештәр башлыса квота мәсьәләһенә ҡағыласаҡ.
Дөйөм алғанда, “Ҙур егерме” илдәре етәкселәренең саммиты эшлекле шарттарҙа үтте. Рәсәй өсөн артабанғы хеҙмәттәшлектәрҙе киңәйтеүгә мөмкинлектәр булдырылды. В. Путин, ҡайһы бер ил етәкселәре менән айырым осрашып, хеҙмәттәшлек даирәһен киңәйтеү хаҡында килеште.


Вернуться назад