Килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу күҙаллана11.09.2013
26 — 29 сентябрҙә ХII Халыҡ-ара "Сочи-2013" инвестиция форумында Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шаронов етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйырға ниәтләй.
Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Евгений Маврин әйтеүенсә, шулай уҡ "Внешэкономбанк" менән республика биләмәһендә газ-моторлы транспортты үҫтереү программаһына инеү буйынса килешеү төҙөү күҙаллана. Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығында тейешле документтар әҙерләнә. Евгений Маврин быйыл "Сочи-2013" форумына республика экспозиция әҙерләмәүе хаҡында әйтте. "Ҙур стенд булмаясаҡ, — тине вице-премьер. — Тәжрибә күрһәтеүенсә, был эштең әллә ни һөҙөмтәһе юҡ". Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫарының ярҙамсыһы Альбина Ниғмәтйәнова әйтеүенсә, Сочиҙағы инвестиция форумының концепцияһы быйыл ярайһы уҡ үҙгәргән. Атап әйткәндә, унда ҡатнашыу өсөн төбәктәргә күргәҙмә ойоштороу мотлаҡ түгел.