Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарын һайлау өсөн Президент Рөстәм Хәмитов республиканың Милли музейы бинаһында урынлашҡан 109-сы һайлау участкаһына ҡатыны Гөлшат Ғәфүр ҡыҙы менән килде.
Төбәк башлығы гражданлыҡ бурысын үтәгәндән һуң журналистар менән аралашты. Президенттан һайлау алды кампанияһы барышына, күп партиялылыҡҡа ҡарашы тураһында һоранылар.
— Алдан уҡ әйтеп килдем: беҙҙә һайлау кампанияһы ҡануниәткә ярашлы бара. Үҙ кандидаттарын күрһәткән бер партия ла артыҡ ҙур ауырлыҡ кисермәне. Шуға күрә әлеге сараны тыныс, уйланған, аңлы тип әйтә алабыҙ. Был эштә ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәтлемен, — тине Рөстәм Зәки улы.
Президент һәр кемде әүҙем булырға саҡырҙы.
— Тауыш биреүҙә ҡатнашыу — мөһим бурыс. Күп тапҡыр ишетергә тура килә: кемдеңдер башҡа эше бар, икенсеһенең барғыһы килмәй. Көҙ баҡсала эш күп, аңлайым. Тик ниндәй парламент булдырыуыбыҙ беҙҙең киләсәкте хәл итәсәк бит. Депутаттар биш йыл эшләйәсәк, күреүегеҙсә, оҙайлы ваҡыт. Шуға күрә һәр кем тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнашһын ине. Был власть түгел, ә республика граждандары өсөн кәрәк. Яуаплы булайыҡ!