Алты партия эшләйәсәк10.09.2013
Башҡортостан парламенты тарихында бығаса булмаған хәл: беренсе тапҡыр унда алты партия вәкилдәре үткән. Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа хәҙер “Берҙәм Рәсәй”, Коммунистар партияһы, Либераль демократик партия, “Рәсәй патриоттары”, “Социаль теләктәшлек партияһы” һәм “Йәшелдәр альянсы — Халыҡ партияһы” ағзалары эшләйәсәк. Тауыш биреү барышының яҡынса һөҙөмтәләре менән кисә Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев таныштырҙы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: республика халҡы кандидаттар өсөн бер мандатлы округтар һәм берҙәм республика округы буйынса тауыш бирҙе. Һөҙөмтәләр түбәндәгесә: берҙәм республика округы буйынса партиялар араһында ете процентлыҡ сикте ни бары ике төбәк бүлексәһе — “Берҙәм Рәсәй”ҙәр һәм Коммунистар партияһы — үткән. “Берҙәм Рәсәй”ҙәр 76,16 процентҡа (1 миллион 205 мең 789 кеше) өлгәшһә, Коммунистар партияһы 11,69 процент (184 мең 997 кеше) тауыш йыйған. Һайлаусыларҙың 3,70 проценты — Либераль-демократик партия, 2,80 проценты “Ғәҙел Рәсәй” өсөн тауыш биргән. Ете процентҡа өлгәшмәү сәбәпле, улар берҙәм республика округы буйынса үтмәне. Һайлауҙа ҡатнашҡан ҡалған һигеҙ партияның төбәк бүлексәләре бер проценттан да әҙерәк тауышҡа эйә.
Бер мандатлы округтар буйынса ла беренселекте “Берҙәм Рәсәй”ҙәр яулаған — улар 55 округтың 39-ында еңгән. КПРФ кандидаттары — дүрт, ЛДПР-ҙыҡылар өс округта үткән. Алты округта — үҙ-үҙен күрһәтеүселәр, ә ҡалған өс округта “Рәсәй патриоттары”, “Йәшелдәр альянсы — Халыҡ партияһы” һәм “Социаль теләктәшлек партияһы” еңгән.
— Республикала әлеге кампанияны ойоштороу өсөн Үҙәк һайлау комиссияһы, 69 территориаль һәм 3 мең 452 участка һайлау комиссияһы көс һалды, ғөмүмән, һайлау комиссияларының 28 мең ағзаһы ҡатнашты, — тине Хәйҙәр Вәлиев. — Берҙәм тауыш биреү көнөндә һайлау участкаларында сәйәси партиялар ебәргән 5,5 мең күҙәтеүсе эшләне.
Тауыш бирергә килеүселәр, федераль кимәлдәге һайлауҙар менән сағыштырғанда, күп булманы: яҡынса мәғлүмәттәр буйынса 53,35 процент. Һәр ваҡыттағыса, ҙур әүҙемлекте ауыл райондары күрһәткән. Мәҫәлән, Йәрмәкәй районында — 97, Саҡмағошта — 93 процент, Баҡалы һәм Балтас райондарында — 92 проценттан ашыу, Тәтешле районы — 91 процент. Ҡалалар араһында Салауат алда бара, унда тауыш биреүселәрҙең 35 проценты килгән. Күмертауҙа — 33 проценттан ашыу, Сибайҙа — 29 процент. Өфө буйынса иң күп һайлаусылар Дим районында булған: 44 проценттан ашыу. Совет (40 процент) һәм Киров райондары (38 процент самаһы) халҡы ла гражданлыҡ бурысын үтәргә тырышҡан. Дөйөм алғанда, тауыш биреү өсөн республиканың һайлау участкаларына 1 миллион 584 мең 66 кеше килгән.
Берҙәм тауыш биреү көнөндә, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарынан тыш, төрлө кимәлдәге үҙидараның вәкәләтле органдарын һайлау ойошторолдо. Ҡала округтарында, ҡала һәм ауыл биләмәләрендә 211 һайлау кампанияһы ойошторолдо, уларҙа 295 депутат мандаты өсөн көрәш барҙы.
— Дөйөм алғанда, республикала һайлау тыныс һәм ойошҡан, иң мөһиме — ҡануниәткә ярашлы үтте тип әйтә алабыҙ, — тине Хәйҙәр Вәлиев.


Вернуться назад