Көрәш ҡатыраҡ булырға тейеш10.09.2013
Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Коррупцияға ҡаршы совет президиумы (рәйесе – Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе Владимир Балабанов) халыҡтың коррупцияға ҡарата фекерен белеү йәһәтенән ойошторолған социологик тикшеренеүҙең һөҙөмтәләрен барланы.

Башҡортостандың Ведомство-ара йәмәғәт хәүефһеҙлеге советы аппараты етәксеһе Владимир Спеле әйтеүенсә, аноним анкета һорауҙарына төбәктең төрлө ҡала һәм райондарында йәшәгән 1509 кеше яуап биргән.
“Һуңғы йылда коррупция кимәле нисек үҙгәрҙе?” тигән һорауға яуап биреүселәрҙең 45 проценты: “Ул кәмене йәки шул уҡ кимәлдә ҡалды”, – тип белдергән. Респонденттарҙың 30 проценты иһә аныҡ яуап бирергә ҡыйынһынған. ”Коррупция менән осрашырға тура килдеме?” тигәнгә кешеләрҙең 27 проценты – “эйе”, 73 проценты “юҡ” тип белдергән.
Ғәҙәттә ришүәт биреү менән тамамланған коррупцион хәлдәр кимәле 26 процент тәшкил иткән. Рәсәй буйынса был күрһәткес 46 процентҡа тиң. Граждандар федераль, республика һәм муниципаль органдарҙа коррупция кимәле бер тиң тип баһалаған.
Анкета тултырғандарҙың 70 проценты коррупция иҡтисадҡа йоғонто яһай тип иҫәпләй, ә 33 проценты, ғөмүмән, барлыҡ тормошобоҙға ҡағыла, тип белдергән.
Күпселектең фекеренсә, коррупцияның киң таралыуына төп сәбәптәр – бюджет өлкәһендә эшләгәндәрҙең түбән хеҙмәт хаҡы алыуы (42 процент), чиновниктарҙың эшмәкәрлегенә тейешле контроль булмауы (41 процент), коррупция факты өсөн тейешле яза бирмәүҙәре (25 процент) һәм башҡалар. Йәмғиәттәге был кире күренешкә ҡаршы көрәшеү өсөн граждандарҙың күбеһе ҡаҙна сығымдарын ныҡлы контролдә тотоу, коррупцияға ҡаршы ҡануниәтте ҡатыраҡ итеү, халыҡтың хоҡуҡи белемен арттырыу, бюджет өлкәһендә эшләгәндәрҙең хеҙмәт хаҡын күтәреү һәм башҡа ысулдар кәрәк тип иҫәпләй.
Ултырышта Башҡортостанда “көнкүреш” коррупцияһына ҡаршы көрәш өсөн саралар комплексы булдырыу мәсьәләһе күтәрелде. Яуаплылар был эште 1 октябргә тиклем теүәлләргә тейеш.


Вернуться назад