Өҫтөнлөклө проекттар яҡлана10.09.2013
Башҡортостан Президенты өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын ҡарау һәм үҫтереү буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышын үткәрҙе.

Унда дәүләт-шәхси партнерлыҡ шарттарындағы ике проект — төбәк әһәмиәтендәге Стәрлетамаҡ—Ҡағы—Магнитогорск автомобиль юлын һәм Өфөнөң көнсығышынан федераль әһәмиәттәге М-5 “Урал” трассаһына сығыу юлын һалыу — тикшерелде. Шулай уҡ Өфө районындағы 5-се ТЭЦ-та быу һәм газ ҡорамалын ҡуйыу, 117С авиадвигателен етештереү, баш ҡалала перинаталь үҙәк төҙөү кеүек проекттарға һалым ташламаһы биреү мөмкинлеге ҡаралды.


Вернуться назад