Йәштәр ҙә һынатманы10.09.2013
Ғәҙәттә, тауыш биреүгә ауыл халҡы нығыраҡ әһәмиәт бирә. Был һайлауҙа ла ошондай хәл күҙәтелде. Ауыл кешеләренең күп йыллыҡ йолаларға тоғролоҡ һаҡларға тырышыуы һөйөнөслө, әлбиттә. Ә бына йыш ҡына битарафлыҡ күрһәтеүсе йәш быуын вәкилдәренең быйылғы әүҙемлеге көтөлмәгәнсәрәк булды. Был хаҡта беҙҙең үҙ хәбәрселәр һөйләй.

Ейәнсура

Райондың һайлаусылар исемлегендә 22388 кеше теркәлгән булһа, КПРФ, “Берҙәм Рәсәй”, Рәсәй халыҡ идаралығы партияһы яғынан 110 кеше күҙәтеүсе сифатында эшләне.
Бөтә һайлау участкалары тейешле технологик йыһаздар менән тәьмин ителгән, һәр береһендә партиялар һәм кандидаттар тураһында мәғлүмәт стендтары ҡуйылған. Территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Ринат Бикбаевтың әйтеүенсә, участка һайлау комиссияларының һәммәһе лә үҙҙәренә тапшырылған бурысҡа етди мөнәсәбәттә булған һәм иртәнге сәғәт 8-ҙә тауыш бирергә килеүселәрҙе ҡабул итә башлаған. Участкаларҙағы икешәр полиция хеҙмәткәре тәртип һағында торған. Элемтә тотороҡло эшләгән. Бер һайлау участкаһында ла ҡануниәтте боҙоу теркәлмәгән.
Иҫәнғол һайлау округында киске сәғәт 6-ға 8175 кеше (64,28 процент) үҙ тауышын биргән. Ошо ваҡытҡа 1950-се Ҡужабаҡ (85 процент) һәм 1920-се Элмәле (80 проценттан күберәк) участкалары һайлаусылары ҙур әүҙемлек күрһәткән, 1958-се Кинйәбулат һәм 1959-сы Хоҙабәндә һайлау участкалары ла уларҙан ҡалышмаған.
Һайлауҙа беренсе тапҡыр ҡатнашҡан 18 йәшлектәргә дипломдар һәм Рәсәй Конституцияһы китабы тапшырылған. Ғөмүмән, Ейәнсурала йәш һайлаусылар үҙҙәренең әүҙем гражданлыҡ позицияһында булыуын күрһәткән.
1932-се Төҙөлөш һайлау участкаһында 643 һайлаусы теркәлгән, шуның 17-һен 18 йәше яңы тулғандар тәшкил итә.
Участка һайлау комиссияһы ағзалары гражданлыҡ бурысын өйҙәрендә үтәргә теләгән өлкән йәштәге һайлаусыларҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырманы, һәр береһенә барҙы.

Ишембай

Түбәнге Әрмет ауылы. Иртәнге сәғәттәр. Эштәрен бер сама ослап, ауыл халҡы клубҡа ағыла. Юҡ, әллә ҡайҙан йыр-моң яңғырап торһа ла, концерт бармай бында – әрметтәр һайлауға ашыға.
Иртә таңдан һайлауға барыуҙары осраҡлы түгел уларҙың. Ауылда бит эш тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел, шуға ла әрметтәр һигеҙ тулыр-тулмаҫтан клуб төбөндә: тиҙ генә тауыш биреп ҡайтырға ла көндәлек мәшәҡәттәргә сумырға иҫәптәре. Эйе, ауылда йәшәүселәр, эше тығыҙ булһа ла, һайлауҙан ситтә ҡалмай.
— Һайлау һәр беребеҙ өсөн мөһим! — ти хаҡлы ялдағы Фәрит Рәхимов. — Һәммәбеҙҙең тауышы менән республиканың, тимәк, халыҡтың киләсәген хәл итәбеҙ. Үҙ хоҡуғыңды мөмкин тиклем ҡулланырға кәрәк.
Ғөмүмән, 2163-сө һайлау участкаһында Әрметтән 454 кеше тауыш бирә. Һайлау комиссияһы рәйесе Әнүр Кәримов белдереүенсә, бигерәк тә йәштәр әүҙем. Әйткәндәй, биш кеше беренсе тапҡыр һайлауға килгән. «Һайлау процесын боҙоусылар, тәртипһеҙ ҡыланыусылар юҡ, бигерәк тә шуныһы ҡыуандыра», — ти ул.
Инде мәшәҡәттәр, яуаплы мәл – артта, ә алда яңы эштәр көтә. Иң мөһиме — әрметтәрҙең һәммәһе тиерлек үҙ бурысын үтәне был көндө. 418 кеше – 92 процент – үҙ хоҡуғынан файҙаланды, киләсәге өсөн тауыш бирҙе.

Краснокама

Тауыш биреү райондың 37 һайлау участкаһында ойошторолдо, уларҙа республика парламентына һәм өҫтәмә рәүештә алты ауыл Советына депутаттар һайланды. Исемлектәргә индерелгән 21 меңгә яҡын һайлаусының яртыһынан күберәге киске сәғәт 5-кә тиклем гражданлыҡ бурысын үтәне. Раздолье, Яңы Ҡабан, Мүзәк, Сауыҙбаш ауыл Советтары биләмәләрендә йәшәүселәр бигерәк тә әүҙем булды.
Район үҙәге Николо-Березовкала “Алтын көҙ” байрамын үткәреү һайлау сараларына үҙенсәлекле кәйеф һәм рух күтәренкелеге өҫтәне. Бында ауыл хужалығы йәрминкәһе, төрлө уйындар һәм үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашыусыларҙың сығыштары ойошторолдо.

Нефтекама

Ҡалала бер мандатлы ике округ буйынса Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға ике һәм ҡала Советына өҫтәмә бер депутат һайланды. Был мөһим сараны ҡануниәткә ярашлы үткәреү 50 участка һайлау комиссияһының тейешле теоретик әҙерлеге һәм тәжрибәһе булған 700-ҙән ашыу ағзаһы иңенә төштө. Территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Дилүс Фәрүәзов билдәләүенсә, улар үҙ бурыстарын яҡшы башҡарҙы. Һайлауҙа ҡатнашҡан төрлө партия күҙәтеүселәре лә ошондай уҡ фекерҙә.
Көн дауамында һәр һайлау участкаһында дәртле йыр-моң яңғырап торҙо, сауҙа гөрләне. Ун һигеҙе тулып, сарала тәүгә ҡатнашҡан йәштәргә һәр участкала иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Һаулығы буйынса өйөнән сыға алмағандарҙың да үҙ тауышын биреү мөмкинлеге булды: участка һайлау комиссияһы ағзалары, махсус урналар менән уларҙың янына барып, гражданлыҡ бурысын үтәргә ярҙам итте.

Хәйбулла


Райондың 60 һайлау участкаһына тауыш бирергә 24 мең 362 кеше килде, шуның 439-ы тәүге тапҡыр ҡатнашҡанға күрә рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр алды. Райондың барлыҡ һайлау участкаларында байрам концерттары, сәй табыны ойошторолдо. Халыҡ аҙ йәшәгән Түбәнге Смаҡай, Таңғатар һәм Яңы Петровка һайлаусыларына махсус автобус бүленде, улар, күрше ауылдарға барып, гражданлыҡ бурыстарын үтәне.
Йөҙ йәшен тултырған иң оло һайлаусы Мәрхәбә Йәнтүрина — Иҫәнгилде ауылынан. Ағинәй үҙ дәүерендә бер һайлауҙы ла ҡалдырмауын белдерҙе, йортона килгән комиссия ағзаларын байрамса кейенеп, йор һүҙ менән ҡаршы алды.

Әбйәлил

Әбйәлил һәм Баймаҡ райондарын үҙ ҡоласына алған 28-се Ҡыҙыл һайлау участкаһында 39 мең 535 һайлаусы иҫәпләнә. Район үҙәгендәге дүрт участкала халыҡтың күпселек өлөшө төшкә тиклем тауышын бирҙе. Таштимер ауылының участка һайлау комиссияһы рәйесе Гөлшат Йәркәева белдереүенсә, мөһим сарала халыҡ әүҙем ҡатнашҡан. Бигерәк тә оло йәштәгеләр был йәһәттән өлгө булып тора.
Шулай уҡ райондың Байым ауыл Советына ҡараған 2-се Туйыш һайлау участкаһында халыҡ муниципаль кимәлдәге депутаттарҙы һайланы.

Яңауыл

Ҡала һәм район халҡы 48 һайлау участкаһында үҙҙәре ышаныс белдергән кандидаттар өсөн тауыш бирҙе. Парламент депутаттарынан тыш, улар Яңауылдағы өс ауыл Советына өҫтәмә вәкилдәр һайланы. Был мөһим сарала исемлеккә индерелгән 29 меңдән ашыу кешенең 76 проценты самаһы ҡатнашты.
— Оло быуын кешеләре, әлбиттә, иң әүҙемдәре булды, улар тауыш биреүгә тәүгеләрҙән булып килде һәм выжданы ҡушҡанса гражданлыҡ бурыстарын үтәне, — тип һөйләне район Советы секретары Вил Ниғмәтйәнов. — Һайлау барлыҡ участкаларҙа ла тыныс һәм эшлекле шарттарҙа үтте.


Вернуться назад