Асыҡ һөйләшеү мөһим07.09.2013
Өфөгә һалымға идара итеү мәсьәләләрендә техник ярҙам күрһәтеү маҡсатында Халыҡ-ара валюта фондының эш делегацияһы килде. Улар менән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов осрашты.
Республика етәксеһе төбәктең иҡтисади хәле менән таныштырҙы.
– Башҡортостанда бизнес алып барыу өсөн уңайлы шарттар булдырылған, инвестициялар йәлеп итеү – беҙҙең төп бурыстарыбыҙҙың береһе, – тип билдәләне Рөстәм Зәки улы. — Инвесторҙарға тәҡдим иткән ташламаларыбыҙ ярайһы тос: иҡтисадты үҫтерергә инвестициялар ғына ярҙам иткәнен аңлайбыҙ. Икенсе йыл рәттән инвестициялар керемен тотороҡло һаҡлап киләбеҙ, былтыр был күрһәткес 7 миллиард долларҙан ашып китте.
Башҡортостанда банк секторы ла ярайһы үҫешкән. Банк ойошмалары һаны буйынса республика Рәсәйҙә – бишенсе, ә кредит биреү буйынса 12-се урынды биләй. Былтыр халыҡтың вкладтары 25 процентҡа артҡан.
Республика етәксеһе, Халыҡ-ара валюта фонды кеүек ойошманың ярҙамы төбәктең һөҙөмтәле финанс сәйәсәтен булдырыуҙа, белгестәребеҙҙең квалификацияһын күтәреүҙә талап ителә, тип белдерҙе. Делегация вәкилдәре уңышлы һалым сәйәсәтенең ыңғай инвестиция мөхите булдырыуға булышлыҡ итеүен, шуға күрә һалым органдарының эш балансы тотороҡлоғо мөһимлеген билдәләне. Һалымдар һалым түләүселәр менән мөнәсәбәтте боҙмаҫлыҡ ғәҙел булырға, шул уҡ ваҡытта һалым йыйыу процесы ла ҙур сығымдар талап итмәҫкә тейеш. Был ҡатмарлы проблема донъяның төрлө илдәренең һалым системалары өсөн хас. Халыҡ-ара валюта фонды делегацияһының төп маҡсаты иһә — һалым мәҙәниәте буйынса кәңәш биреү һәм тәҡдимдәр индереү генә түгел, ә асыҡтан-асыҡ һөйләшеү ярҙамында илдәге хәлде баһалау.