Юрист кәңәштәре06.09.2013
Үҙ ихтыярында

— Ирем беҙҙе бынан дүрт-биш йыл элек ташлап китте, бәйләнешкә ингәне юҡ. Ҡыҙыма ошо арала 14 йәш тула, паспорт аласаҡ. Баламдың атаһына ҡарата үпкәһе ҙур, шуға күрә төп документына минең ҡыҙ саҡтағы фамилияны яҙҙырырға йыйына, шулай уҡ өсөнсө графаға ла башҡа исем ҡуйҙырғыһы килә. Паспорт алған саҡта быларҙы эшләү мөмкинме икән?
Рита.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

— Һеҙ бәйән иткән мәсьәләләр Рәсәйҙең Ғаилә кодексындағы 59-сы статья менән көйләнә. Паспорт — кешенең шәхесен билдәләүсе төп документ, уны алған саҡта ҡыҙығыҙ үҙе фамилияһын һәм, теләге булһа, исемен дә үҙгәртеүҙе һорарға хоҡуҡлы. Ә бына атаһының исеменә килгәндә, уны алмаштырыу ирегеҙ исемен үҙгәрткән осраҡта ғына мөмкин.

Балаға ла штраф бар

— 13 йәшлек улым аҡсаһын юғалтҡан һәм, билетһыҙ килеш ҡала автобусына ултырып, өйгә ҡайтырға булған. Тик уны контролерҙар тотҡан һәм, бала булыуына ҡарамаҫтан, штраф һалғандар. Был дөрөҫмө?
Рауил.
Өфө ҡалаһы.

— Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексындағы 2.3-сө статьяға ярашлы, административ яуаплылыҡҡа 16 йәше тулған кеше генә тарттырыла ала. Тимәк, балаға штраф һалырға ярамай. Әммә, шул уҡ Кодекстың 11.18-се статьяһына ярашлы, уны административ яуаплылыҡҡа тарттырырға мөмкин. Билетһыҙ көйө йәмәғәт транспортында йөрөгән балаға өлкән пассажирға һалынған штрафтың яртыһын сәпәй алалар.

Паспортһыҙ ярамай

— Ике ай элек кейәүгә сыҡтым, иремдең фамилияһын алдым, тик һаман паспортымды алмаштыра алмайым. Йә ваҡыт етмәй, йә тағы берәй сәбәп килеп сыға. Бындай яуапһыҙлығым өсөн миңә нимә янай? Штраф һала алалармы?
Фаягөл.
Ишембай районы.

— Был һорауға яуапты шулай уҡ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар хаҡында кодекстан эҙләргә кәрәк. Уның 19.15-се статьяһына ярашлы, шәхес танытмаһы алырға тейешле Рәсәй гражданы паспортһыҙ йәки ғәмәлдә булмаған паспорт менән йәшәһә, уға 1500-ҙән 2500 һумғаса штраф һалынырға тейеш. Әйткәндәй, был теркәүһеҙ йәшәүселәргә лә ҡағыла.


Вернуться назад