Алға табан ҙур аҙым06.09.2013
Башҡортостан Президенты Иглин районына эш сәфәре барышында Сыуаш-Ҡобау ауылындағы мәктәпкә төкәтеп һалынған яңы спорт залын ҡарап сыҡты.
Рөстәм Хәмитов был уҡыу йортонда былтыр 1 сентябрҙә лә булғайны. Иҫке, йыһазландырылмаған бинала ирекле көрәш секцияһын ҡарағас, мәктәпкә яңы көрәш залы төҙөү тураһында күрһәтмә бирҙе ул. Бының өсөн Башҡортостандың Айырым маҡсатлы социаль программалар фонды 24 миллион һум самаһы аҡса бүлде.
Яңы бинала физик культура, уйындар, ирекле көрәш буйынса йыһазландырылған спорт залы, тренер, тренажер бүлмәләре урынлашҡан. Спорт залы менән мәктәпте үткәүел тоташтыра.
Яңы бинаны ҡарап сыҡҡандан һуң Рөстәм Хәмитов төҙөүселәргә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә сифатлы эш башҡарған өсөн рәхмәт белдерҙе.
— Яңы зал матур, яҡты. Ҡышын да бында йылы булыр тип ышанам, — тине Президент. — Республика күләмендә объект ҙур булмаһа ла, көрәш мәктәбендә тәрбиәләнеүселәр өсөн ул — алға табан ҙур аҙым. Спортсыларҙан яҡшы һөҙөмтәләр көтәбеҙ. Иң мөһиме — балалар бында күпләп шөғөлләнһен, һау-сәләмәт, ысын ватансы булып үҫһен.
Тренерҙар һәм спортсылар менән әңгәмәлә Башҡортостан Президенты республикала күмәк спорт төрҙәрен үҫтереүҙең мөһимлеген билдәләне. Тренерҙар уға йыйындар ваҡытында спортсыларҙы урынлаштырыу өсөн мәктәп эргәһендә 12 — 15 урынлыҡ дөйөм ятаҡ төҙөүҙе үтенде. Башҡортостан етәксеһе был башланғысты хупланы һәм мәсьәләне ыңғай хәл итергә вәғәҙә бирҙе. Төбәк башлығы спортсыларға яңы ҡаҙаныштар һәм еңеүҙәр теләне, мәктәпкә электрон табло бүләк итте.
Рөстәм Хәмитов Сыуаш-Ҡобау ауылындағы мәктәпте тулыһынса ҡарап сыҡҡас, уҡытыусылар менән аралашты, балаларҙың һәм ата-әсәләрҙең берҙәм форма индереүгә мөнәсәбәте менән ҡыҙыҡһынды. Уҡытыусылар әйтеүенсә, яңы кейем барыһына ла оҡшай.
— Беҙ киләсәктә лә ошо йүнәлеште үҫтерәсәкбеҙ, — тине Башҡортостан Президенты. — Тәүге сирек дауамында беренсе һәм икенсе класс уҡыусыларын кейендереүгә бюджеттан аҡса бүлеү ҡарала.


Вернуться назад