Юлдарға яңыса ҡараш06.09.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Astec Inc (АҠШ) компанияһының халыҡ-ара сауҙа буйынса вице-президенты Раджи Элмаула менән осрашты. Республикала юл төҙөлөшө өсөн юғары сифатлы компоненттар етештереү мөмкинлеге сарала тикшерелгән төп мәсьәлә булды.
— Беҙҙең компания — асфальт заводтары буйынса алдынғылар иҫәбендә. Башҡортостан Президенты менән осрашыу төбәктә юл селтәрен үҫтереү, республикалағы юлдарҙың юғары стандарттарға ярашлылығын тәьмин итеү маҡсатында юл ҡатнашмалары әҙерләү производстволарын яңыртыу мәсьәләләренә арналды, — тине Раджи Элмаула журналистар менән әңгәмәлә.
Уның әйтеүенсә, “Astec Inc” компанияһының технологияһы бөгөн Төньяҡ Америкала, Австралияла, шулай уҡ Европа һәм Яҡын Көнсығыш илдәрендә уңышлы файҙаланыла.
— Технологиябыҙ Рәсәйҙә лә һынау үтте, тик әлегә ҙур күләмдә түгел. Башҡортостанда ошо йүнәлеште үҫтереүгә өлөшөбөҙҙө индерербеҙ тип ышанабыҙ. Беҙ бында компоненттар етештереү мөмкинлеген ҡарайбыҙ, — тип хәбәр итте фекер алышыуҙа Раджи Элмаула. — Башҡортостан Президенты ошо мөмкинлекте өйрәнеүҙе үтенде. Уны республикала юғары сифатлы материалдар эшләп сығарыу, ошо өлкәгә заманса технологияларҙы йәлеп итеү ҡыҙыҡһындыра. Беҙ хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә өлгәштек.
Ошо көндәрҙә компания вәкилдәре Ағиҙел һәм Өфө ҡалаларында буласаҡ производство өсөн бер нисә майҙансыҡты ҡарап сыҡты. Раджи Элмаула билдәләүенсә, уларға хәлде баһалау өсөн ваҡыт кәрәк, шулай ҙа ҡайһы бер тәҡдимдәр әле үк бар.
Башҡортостан АҠШ-тың юл комплексы предприятиелары менән ыңғай эш тәжрибәһенә эйә. Өфөлә “TerraCrete Technologies” Америка-Германия-Башҡортостан берлектәге предприятиеһы теркәлгән. Уның маҡсаты — тупраҡты нығытыу өсөн яңы өҫтәмәләр эшләүҙе ойоштороу. Композицияның тәжрибә партияһы сығарылды, һәм былтыр Өфөнөң Октябрь районындағы Зинин ҡасабаһы эргәһендәге юлда файҙаланылды ла инде. Тикшереү һөҙөмтәләренә ҡарағанда, юл япмаһының сифаты байтаҡ күрһәткестәр буйынса талаптарға яуап бирә.


Вернуться назад