Ҡартаябыҙ, ләкин...04.09.2013
Өфөлә Европаның социаль хартияһы департаменты, Европаның социаль тәьминәте кодексы, Европа советының кеше хоҡуҡтары һәм закондың юғарылығы буйынса генераль директорының федераль һәм төбәк хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлыҡтары менән берлектә ойошторған Европаның социаль хартияһы семинары үтә. Уның эшендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты. Ул республиканың социаль проблемаларын хәл итеү юлдары тураһында һөйләне.

— Башҡортостанда йәшәгән дүрт миллион кешенең яртыһы иҡтисадта мәшғүл. Донъяның күп илдәрендә халыҡтың ҡартайыуы күҙәтелә, беҙҙә лә ошо уҡ күренеш. 2009 йылдан алып пенсионерҙар һаны алты процентҡа артты. Был күрһәткес артабан да үҫәсәк, шуға күрә кеше капиталын нығытыу өҫтөндә эшләргә кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов.
Президент социаль өлкәнең башҡа мәсьәләләренә лә ҡағылды. Мәҫәлән, эшһеҙлек. 2009 йылда уның иң юғары нөктәһе — 13 процент эшһеҙҙәр теркәлгәйне. Шул уҡ йылдан уны алты процентҡа кәметеп булды. 2010 йылдан алып мәшғүллек үҙәктәре аша 300 мең самаһы кеше эшкә урынлаштырылған. Ә былтыр Башҡортостанда яңы предприятиелар асыу һөҙөмтәһендә тағы 15 мең самаһы кеше эш урынлы булды.
Инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу йәһәтенән дә һүҙ алып барылды.
— Республикала квота бар — мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн туғыҙ мең эш урыны ҡаралған, — тине Рөстәм Зәки улы. — Бынан тыш 300 махсуслаштырылған эш урыны ойоштороу өсөн субсидия бүленә. Әлбиттә, был әҙ, республикала йәшәгән 300 мең инвалидтың 100 меңе генә эш менән тәьмин ителгән.
Рөстәм Хәмитов эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙар өсөн шарттар, производство травмалары һәм башҡа мөһим темаларға ла ҡағылды.
Ойоштороусылар белдереүенсә, семинарҙың төп маҡсаты — Рәсәй башҡарма власть органдарына артабан файҙаланыу өсөн Европаның социаль хартияһы тураһында тулы мәғлүмәт биреү. Бының ише семинарҙар Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Түбәнге Новгород һәм башҡа ҡалаларҙа үткән.
Бөгөн семинарҙа ҡатнашыусылар Октябрьский ҡалаһындағы “Пакер” ғилми-етештереү фирмаһында буласаҡ. Ҡунаҡтарҙы етештереү, хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн ҡаралған социаль гарантиялар менән таныштырасаҡтар.


Вернуться назад