Яңы Агентлыҡ барлыҡҡа килде03.09.2013
Республика Хөкүмәте бойороғо менән Башҡортостанда Инвестициялар йәлеп итеү агентлығы ойошторолдо.
Яңы ойошманың эшмәкәрлеге маҡсаты — инвестиция башланғыстарына булышлыҡ итеү һәм уларҙы үҫтереү, конкуренцияға һәләтте арттырыу, төбәктәге социаль-иҡтисади үҫеш кимәлен күтәреү буйынса төрлө сараларҙы ғилми йәһәттән тәьмин итеү.
Республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов инвестиция йәлеп итеү буйынса махсус агентлыҡ ойоштороу ниәтен июнь айында Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Инвестиция шарттарын яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советы ултырышында уҡ белдергәйне. Агентлыҡты ойоштороу вәкәләте республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығына йөкмәтелде. Ойошма төбәктәге инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса берҙәм дәүләт операторы буласаҡ. Әле уның структураһы уставын һәм күҙәтеү советын төҙөү буйынса эш бара.