Обама йоҙроҡ төйнәй03.09.2013
Америка Ҡушма Штаттарының Сүриәне бомбаға тоторға йыйыныуы, Украинаның Европа Союзына Рәсәй арҡылы инергә уҡталыуы барлыҡ донъя йәмәғәтселегенең иғтибарын йәлеп итте.

Союзниктары баш тартһа ла...

Сүриәне утҡа тотоу-тотмау тураһындағы бәхәс һуңғы көндәрҙә йәнә ҡуйырып китте. Быға ғәрәп илендә 21 августа химик ҡорал ҡулланылыуы сәбәпсе булды. Әле халыҡ-ара комиссия һуғыш алып барыусы ҡайһы яҡтың саманы онотоп ебәргәнен асыҡлау өҫтөндә эшләй. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының инспекторҙары, Сүриәлә тикшереү уҙғарып, алынған өлгөләрҙе Гаагалағы лабораторияға тапшырҙы. Тәүге һөҙөмтәләр өс аҙнанан һуң ғына билдәле буласаҡ, ти белгестәр. Әммә махсус лаборатория шарттарында ла ҡайһы яҡтың химик ҡорал ҡулланыуын белеп булмаясаҡ. Һорау алыу йомғаҡтары ғына быға бер ни тиклем асыҡлыҡ индерер тип көтөлә. Әммә АҠШ өсөн кемдең ғәйепле булыуы мөһим түгелдер, күрәһең. Был ил етәкселеге, бөтөн бәләне Бәшәр Әсәд етәкселегендәге власҡа япһарып, Сүриәгә һуғыш асыу менән яҫҡына. АҠШ-тың Дәүләт секретары Джон Керри: ”Беҙ диктаторҙың химик ҡорал ҡулланыуына күҙ йома алмайбыҙ һәм быға ҡарата сара күрәсәкбеҙ”, — тине. Тик АҠШ һуғышты яңғыҙы ғына башларға баҙнат итмәйерәк тора, үҙенә союзниктар эҙләй. Быға тиклем тоғро тип иҫәпләгәндәре әле “ҡойроғон һыртҡа һалып” тора бит. Бөйөк Британия Йәмәғәт палатаһы вәкилдәренең күпселеге (285-тең 272-һе) Сүриәне утҡа тотоуға ҡаршы тауыш бирҙе. Илдең премьер-министры Дэвид Кэмерон өсөн был бик ҡулай. Хәҙер ул парламентҡа һылтанып тик торасаҡ. Бөйөк Британияның бындай аҙымы башҡа илдәрҙе лә һағайтмай ҡалманы.
1 сентябрҙә Германия канцлеры Ангела Меркель үҙ иленең Сүриәгә ҡарата һуғышта ҡатнашмаясағын белдерҙе. “БМО, НАТО йә иһә ЕС-тың мандаты булған осраҡта ғына хәрби конфликтҡа ҡыҫылыуыбыҙ ихтимал”, — тине ул. Эйе, әлегә Ангела Меркелдең үҙ ҡайғыһы баштан ашҡан. Артабан да власта ҡалыр өсөн уға 22 сентябрҙә үтәсәк һайлауҙа еңеп сығыу кәрәк.
Бөйөк Британия менән Германияның Сүриәгә ҡарата һуғыш башлауҙан баш тартыуы Барак Обаманы ауыр хәлгә ҡуйҙы. Хәҙер иһә ул тик Францияға ғына өмөт бағлай ала. Франсуа Олланд әлегә өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрә. Күрәһең, ул 4 сентябрҙе көтә. Франция парламенты Сүриә мәсьәләһен тап ошо көндә тикшерәсәк.
АҠШ-тың Сүриәгә яҫҡыныуын илебеҙ Президенты Владимир Путин да ҡаты тәнҡитләне. “Тыныслыҡ өсөн Нобель премияһы алған кешенең (Барак Обама) һуғыш башларға тырышыуы миңә аңлашылып етмәй. Һуғыш ҡорбанһыҙ булмай, коллегам ошо хаҡта уйлаһын ине”, — тине Владимир Владимирович. АҠШ быға тиклем Афғанстан, Ираҡ һуғыштарында уңышһыҙлыҡҡа осраны: был илдәрҙә демократия урынлаштырырға уҡталып ҡарағайнылар ҙа, килеп сыҡманы. Улай ғына ла түгел, конфликт, киреһенсә, көсәйеп китте. Сүриә менән дә шундай уҡ хәл килеп сығыуы ихтимал. Ил президенты Бәшәр Әсәд белдереүенсә, улар эске көстәргә генә түгел, тышҡы агрессияға ла ҡаршы торорлоҡ көскә эйә. Әлбиттә, был йәһәттән Иранға һәм Рәсәйгә өмөт бағлайҙар. Сүриә ошоғаса Иран ярҙамынан баш тартып килде. Бәлки, Мәхмүд Әхмәдинежадтың власта ултырыуы ла быға бер кәртә булып торғандыр. Хәҙер, Иранда власть алышынғас, Бәшәр Әсәд был илгә нығыраҡ һыйынырға иҫәп тота. Иран делегацияһы Сүриәгә килеп ҡайтты ла инде. Әгәр АҠШ бомбаға тота башлаһа, Иран Сүриәгә ҡорал менән ярҙам итәсәк. Был ике дәүләттең союздаш булыуы Төркиәнең һарыуын ҡайната. Шуға ла, төбәктә һуғыш башлана ҡалһа, Төркиәнең АҠШ-ҡа союздаш булыуы ихтимал. АҠШ етәкселеге иһә, бер ниндәй союзник булмаған осраҡта ла Сүриәгә ҡаршы һуғыш башлаясаҡбыҙ, тип бара.

Янукович Европаға Рәсәй аша бармаҡсы

Билдәле булыуынса, президент Виктор Янукович Украинаның Европа Союзына инергә уҡталыуын күптән әйтә биреп ҡуйғайны. Рәсәй Президенты Владимир Путин иһә уларға Таможня союзына (Рәсәй, Белоруссия, Ҡаҙағстан) инергә тәҡдим итте. Тик ул саҡта Украина өсөн ЕС-ҡа юл ябыласаҡ, тине илебеҙ етәксеһе. Күршеләр иһә һаман да ике кәмә ҡойроғон бер юлы тоторға уҡтала.
Виктор Янукович белдереүенсә, ҡайһы союзға инергә икәнен референдум аша ғына хәл итеп буласаҡ. Виктор Ющенко президент булған осорҙа ил халҡының күпселеге Көнбайышҡа тартылып өлгөргән. Шуға ла, референдум була ҡалһа, халыҡ ЕС-ҡа ағза булып инеүҙе хуп күрәсәк. Тик ил етәкселеге референдумды ла көтөп тормай ошо йүнәлештә эш алып бара, тип әйтергә мөмкин. Быйыл ноябрь аҙағында ЕС ассоциацияһы менән килешеү төҙөү ҡаралған.
Таможня союзына ингән осраҡта иһә Украинаға Рәсәй газын күпкә осһоҙораҡ хаҡҡа һатып алырға мөмкинлек асыла. Виктор Янукович ошоға иҫәп тота ла инде. Рәсәй вице-премьеры Игорь Шувалов белдереүенсә, ошондай шарттарҙа Украинаны Таможня союзына ағза итеп ҡабул итеү тураһында һүҙ алып барыу — мәғәнәһеҙлек.
Ике ил араһындағы газ мәсьәләһенә килгәндә, Виктор Янукович 2009 йылда, элекке премьер-министр Юлия Тимошенко осоронда, төҙөлгән контрактты “түбәнселек” тип атаны һәм “ил менән һатыу итә алмайбыҙ” тип өҫтәне. Күрәһең, газ үткәргестәр системаһына идара итеү буйынса “Газпром” аша Рәсәй-Украина консорциумы ойоштороу тураһындағы тәҡдимгә ҡарата әйткәндер. Янукович билдәләүенсә, бындай консорциум ойошторған осраҡта ла ул өс яҡлы – ЕС ҡатнашлығында ғына — буласаҡ. Тимәк, Украина ноябрҙә Вильнюс ҡалаһында үтәсәк ЕС ассоциацияһы килешеүенә ҙур өмөт бағлай. Тик был һис кенә лә Украинаның ЕС ағзаһы булып китәсәгенә гарантия бирмәй. Европа Союзындағы 28 илдең дә быға ыңғай ҡарауы кәрәк бит әле. Бер ҡулы менән Рәсәйгә таянып, икенсе ҡулын ЕС-ҡа һуҙған илгә ҡарата ыңғай тауыш бирерҙәре бик икеле.


Вернуться назад