Юрист кәңәштәре30.08.2013
Баш тартҡайным шул...

— Әсәйем һеңлем менән икебеҙгә мираҫҡа йорт ҡалдырғайны. Ул саҡта мин иремдең фатирында йәшәй инем, шуға күрә үҙ өлөшөмдән һеңлем файҙаһына баш тарттым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ирем менән айырылышҡас, бер нәмәһеҙ тороп ҡалдым. Хәҙер һеңлемдең йортто уртаҡлашҡыһы килмәй. Мин суд аша милекте кире үҙемә ҡайтара аламмы?
Луиза.
Өфө районы.

— Рәсәй Гражданлыҡ кодексының 1157-се статьяһындағы 3-сө пунктҡа ярашлы, баш тартҡан мираҫты юллап алып булмай. Тимәк, суд аша ла үҙ өлөшөгөҙҙө ҡайтара алмаясаҡһығыҙ. Шулай ҙа артыҡ төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ. Кәңәшем шул: бөтә документтарығыҙҙы туплағыҙ ҙа юрисҡа күрһәтегеҙ. Бәлки, ул һеҙҙең эштә ниндәйҙер нескәлек табыр һәм уның буйынса судҡа мөрәжәғәт итеп булыр.

Ике аҙна эшләү мотлаҡмы?

Уҡытыусымын, яңы эш урынына күсергә ине. 26 августа директорға инеп, үҙ теләгем менән эштән китеүем тураһында хәбәр иткәйнем, ул ҡаршылашты ла ҡуйҙы, ебәргеһе килмәй. Тағы ике аҙна эшләүемде талап итә. Мине яңы урында сентябрь башынан уҡ көтәләр. Мәктәптә ике аҙна эшләү мотлаҡмы?
Сәриә.
Әлшәй районы.

— Беренсенән, эштән китергә ниәтләгән көндө үк, һеҙҙең осраҡта 26 августа, ғаризағыҙҙы мәктәптең канцелярияһында теркәтергә кәрәк булған, сөнки шунан һуң ғына ике аҙналыҡ ваҡыт башланды тип иҫәпләнә. Артабан мәктәп директорына барып, һөйләшеп ҡарарға кәңәш итер инем. Күп осраҡта етәкселәр аңлай, уларҙың күңеленә юл табырға мөмкин. Ике аҙна эшләү талабын үтәмәҫкә ярай тигән закон юҡ. Бер нисә осраҡтан тыш: мәҫәлән, декрет ялына китһәгеҙ йәки эште дауам итә алмаһағыҙ (мәҫәлән, уҡыу йортонда белем ала башлаһағыҙ йәки пенсияға сыҡһағыҙ һәм башҡалар). Был турала Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексындағы 80-се статьяның 3-сө бүлегендә яҙылған.
Шулай ҙа директор менән яҡшылап һөйләшеп-килешеү — иң яҡшыһы. Әгәр ул бер нисек тә ыңғайламай икән, “больничный”ға китегеҙ. Тик алдан иҫкәртәм: был закон буйынса түгел.


Вернуться назад