Тиҙләтеү талап ителә30.08.2013
Республика Хөкүмәтенең сираттағы ултырышы 2013 йылдың тәүге яртыһындағы социаль-иҡтисади үҫеш һөҙөмтәләренә һәм киләһе өс йылға республиканың бюджет һәм һалым сәйәсәте буйынса күҙаллауҙарға арналды. Уны Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов алып барҙы.

— Беҙҙә иҡтисади үҫеш тиҙлеге әкренәйҙе, ул, үҙ сиратында, бюджеттың килемле өлөшөндә сағылыш тапты. Был осраҡта республика Хөкүмәтенән үлсәнгән бюджет сәйәсәте алып барыу талап ителә, — тине Рөстәм Зәки улы.
Социаль-иҡтисади үҫеш күрһәткестәре түбәндәгесә: тулайым төбәк продукты — 2, сәнәғәт етештереүе — 1,3, төп капиталға инвестициялар күләме 2,5 процентҡа артҡан. Сит ил инвестициялары 2,8 тапҡырға үҫеп, 200 миллион АҠШ долларынан ашып киткән. Иҡтисадҡа һалынған инвестиция күләме буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында өсөнсө урында килә.
— Торлаҡ төҙөлөшө йылдамыраҡ үҫергә тейеш, тип иҫәпләйем. Ярты йыл эсендә бер миллион квадрат метр төҙөлгән, был былтырғы менән сағыштырғанда 18 процентҡа күберәк. Бер нисә йыл элек кенә хәл еңел түгел ине, бөгөн тағы ла тиҙерәк үҫеш талап ителә, — тине Президент.


Вернуться назад