Хөкүмәт башлығы йәш, әммә тәжрибәле27.12.2011
Хөкүмәт башлығы йәш, әммә тәжрибәлеБыйыл Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 38-се ултырышында депутаттар Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов тарафынан Хөкүмәт Премьер-министры вазифаһына тәҡдим ителгән кандидатура буйынса тауыш бирҙе. Һөҙөмтәлә республиканың юғары башҡарма дәүләт власы органына етәксе итеп Азамат Илембәтов тәғәйенләнде.
Шуныһын билдәләргә кәрәк: Башҡортостан Президенты вазифаһын ҡабул итеп алғандан һуң Рөстәм Хәмитов Хөкүмәт Рәйесенең вәкәләттәрен бер йылға яҡын үҙе үтәне. Быны киң мәғлүмәт саралары төрлөсә баһалап өлгөрҙө: берәүҙәр ике вазифаның берләштерелеүен күҙалланы, икенселәр яңы Президенттың урындағы кадрҙарға ышанмауын иҫбатларға тырышты, өсөнсөләр аныҡ исемдәрҙе атарға ла баҙнат итте. Нисек кенә булмаһын, юраусыларҙың барыһы ла хаталанды.
«Стратегик бурыстарыбыҙ, өҫтөнлөклө йүнәлештәребеҙ билдәләнгән, уларҙы йылдам тормошҡа ашырыу талап ителә, – тине Рөстәм Зәки улы күптәр өсөн ҙур сер булып тойолған кандидатура менән таныштырғанда. – Эштәребеҙ көнләп, сәғәтләп алға барырға, юғары сифат менән башҡарылырға тейеш. Азамат Фәттәх улын, һис шикһеҙ, ошо талаптарға яуап бирерлек профессионал тип беләбеҙ».
Азамат Илембәтовтың Хөкүмәт башлығы итеп ҡуйылыуы Башҡортостан халҡы тарафынан да хуплау тапты. Ул беҙҙең өсөн ят кеше түгел, халыҡ хужалығының төрлө өлкәләрендә етәксе булып 15 йылдан ашыу эшләгән. Хеҙмәт юлына күҙ һалғанда, республиканың иҡтисади үҫеш һәм сәнәғәт министры урынбаҫары, Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатының генераль директоры, Хәйбулла районы хакимиәте башлығы, Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары, Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары вазифаларында тәжрибә туплағанын күрәбеҙ. Һәр урында Азамат Фәттәх улын намыҫлы, аҡылға таянып эш итеүсе, дәүләт кимәлендә фекер йөрөтөүсе, халыҡ хаҡында хәстәрлекте төп урынға ҡуйыусы тип баһалайҙар.
Президенттың тап ошо кандидатураға туҡталыуы республикаға инвестициялар ағымын арттырыу, район һәм ҡала биләмәләрен социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү буйынса алда етди эштәр тороуы менән бәйле, тип һығымта яһарға нигеҙ бар, сөнки дәүләт власы органдарында, сәнәғәт тармаҡтарында байтаҡ ваҡыт хеҙмәт иткән Азамат Илембәтовтың төбәктә лә, Башҡортостандан ситтә лә абруйы ҙур. Иң мөһиме: ул барлыҡ көсөн, мөмкинлектәрен тыуған республикаһы, туған халҡы мәнфәғәтендә файҙалана.


Вернуться назад