Кәңәшле ил тарҡалмаҫ27.12.2011
Февралдә Өфөлә Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Советы Президиумының илдә милләт-ара татыулыҡты нығытыу буйынса сараларға арналған ултырышы үтте. Уға Президент Дмитрий Медведев рәйеслек итте.
Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев:
“Милләт-ара берҙәмлеккә һәм тыныслыҡҡа булышлыҡ итеү һәр саҡ дәүләт хәстәре булды”.
Дәүләт башлығы дини ойошмаларҙың милләт-ара дуҫлыҡты нығытыуға ҙур өлөш индерә алыуын билдәләне.
“Иң тәүге сиратта был – толерантлыҡ тәрбиәләү. Ул мәктәптән һәм университеттан башланырға тейеш, сөнки тап уҡыу йылдарында кешенең аңында донъяға ҡараш нигеҙҙәре барлыҡҡа килә. Милләт-ара һәм дини-ара дошманлыҡ тыуҙырыуға, ксенофобияны һәм көс ҡулланыуҙы пропагандалауға юл ҡуйырға ярамай. Был күп милләтле дәүләтебеҙҙең нигеҙен ҡаҡшатыу ул. Күмәк көс менән оҙаҡ йылдар дауамында яуланған даныбыҙҙы, берҙәмлегебеҙҙе юғалтырға, айырыуса ваҡ низағтар менән тарҡатырға ярамай. Минеңсә, былар тураһында төрлө милләт вәкилдәренең абруйлы кешеләре даими иҫкәртеп торорға тейеш. Бында үҙ артынан йәмғиәтте әйҙәрҙәй фән эшмәкәрҙәре, эшҡыуарҙар, шулай уҡ дин әһелдәре хаҡында һүҙ бара. Шул саҡта ғына күп милләтле дәүләтебеҙҙә именлекте һәм теләктәшлекте һаҡлап ҡала аласаҡбыҙ”.