Теләктәшлек — еңеүгә юл!27.08.2013
Башҡортостан — яңырыуҙы башлай торған төбәк ул. Беҙҙең республика алдашыу, уғрылыҡ, көс ҡулланыу һәм һөмһөҙлөк режимынан иң ныҡ зыян күргән төбәктәрҙең береһелер, моғайын. Шуға ла беҙҙең халыҡта теләктәшлек тойғоһо — бергәләп, лайыҡлы, намыҫлы, ирекле йәшәү теләге — көслө.
Беҙ — сираттағы байҙың ялсылары түгел, ә үҙ еребеҙҙә ирекле һәм яуаплы хужалар.
Беҙ, Башҡортостан патриоттары, татыу эшләргә өйрәндек, күптәр властарҙың эҙәрлекләүе, зиндандары аша үтте, ауырлыҡтар беҙҙә бер-береңде яҡлау, ысын иптәшлек тойғоһо тәрбиәләне.
Беҙ социаль яңырыу яҡлы. Беҙҙең "Социаль теләктәшлек партияһы" бер кемде лә ултырған урынынан бәреп төшөрөргә йыйынмай, беҙ Конституция буйынса эш итәбеҙ һәм унда нарыҡланған идеалдарҙы ғәмәлгә ашырырға теләйбеҙ. Конституцияла "халыҡ — Рәсәйҙә властың берҙән-бер сығанағы" тиелә.
Беҙ халыҡ менән власть араһындағы мөнәсәбәттәрҙе йәмәғәтселек килешеүе нигеҙендә ҡорорға тәҡдим итәбеҙ. Бында халыҡ — яулаусы, ә власть аныҡ наказдарҙы үтәүсе булып тора. Социаль килешеү — оҙайлы эш, ләкин беҙ уға эҙмә-эҙлекле барасаҡбыҙ. Тәүге этапта партия "Ярлылыҡҡа һәм хаттин ашып байыуға — юҡ!" тигән принципты алға ҡуя. Быны тап Башҡортостандан башламаҡсыбыҙ.
Фәҡәт социаль гармония яулау аша Рәсәй үҙенең донъя державаһы статусын кире ҡайтарасаҡ. Халыҡтың фәҡир 90 проценты үтә бай 10 процентын күрә алмаған, ә дәүләт ни бары полиция функцияһын үтәгән саҡта, бөйөк ил төҙөп булмай.
Рәсәй Конституцияһында "Бөтә граждандар ҙа закон алдында тиң һәм социаль яҡлауға берҙәй хоҡуҡҡа эйә" тиелә. Ләкин был ҡағыҙҙа ғына. Социаль яҡлауҙың бер төрө — хеҙмәт пенсияһы. 30–40 йыл буйы ҙур булмаған эш хаҡына эшләгән табип йәки уҡытыусы ошондай уҡ хәйерсе пенсия — 6–8 мең һум — аласаҡ. Шул уҡ ваҡытта ни өсөндөр чиновникка 40–60 мең һум пенсия гарантиялана. Беҙ пенсияның иң бәләкәй күләме 15 мең һум булыуына өлгәшәсәкбеҙ. Эш хаҡы кимәле көйләнә, бының өсөн йөҙҙәрсә хоҡуҡи һәм иҡтисади рычаг бар. Теләктәшлектең төп принцибы — дөйөм файҙа принцибы. Башҡортостанда уртаса эш хаҡы — айына 12 мең, ә Мәскәүҙә иһә — 62 мең һум. Республика эшсәндәре мәскәүҙәргә ҡарағанда биш тапҡырға насарыраҡ эшләйме ни?
Был хәлде төҙәтеү өсөн тәүге аҙым яһалды: Бюджет кодексына төҙәтмә индерелә. Уға ярашлы, республикала эшләгән бөтә предприятиелар ҙа үҙҙәренең етештереү ҡеүәттәре урынлашҡан ерҙә, үҙ эшселәре йәшәгән ерҙә һалым түләй.
Икенсенән, Башҡортостандың яғыулыҡ-энергетика комплексын хосусилаштырыуҙан алынған миллиардтарса доллар халыҡ аҡсаһы республика бюджетына ҡайтарылырға тейеш. Ул пенсионерҙарға ярҙам күрһәтеүгә, пособиелар түләүгә, мәктәп, дауахана һәм яҡшы юлдар төҙөүгә тотоноласаҡ.
Бизнес та килемен чиновниктар менән түгел, ә йәмғиәт файҙаһына бүлешергә тейеш. Һәр бай кешенең ҙур һалым түләүе ғәҙел булыр ине. Табышҡа һалым Европа кимәленә етеп, 80–90 процент тәшкил итергә тейеш. Шул саҡта эшселәргә юғары эш хаҡы түләү отошло буласаҡ. Шул саҡта аҡсаны производствоға һалыуҙың файҙаһын күрәсәктәр.
Рәсәй көрсөккә терәлеү юлын һайланы. Классик капитализм күптән инде үҙенең яңырыу мөмкинлеген файҙаланып бөттө һәм күпләп һоғоноу йәмғиәтенә әйләнде. Бөтә нәмә фәҡәт ҡулланыуға ҡоролған донъя, аҙаҡ килеп, үҙ-үҙен юҡ итә башлай. Планеталағы ресурстар сикләнгән. Ҡулланыу йәмғиәтенең үҫеше сиккә барып терәлде: системалы донъя көрсөгө башланып, йылдан-йыл нығыраҡ көс йыя.
Теләктәшлек (солидарность) — латин һүҙе, ғәмәлдә инаныуҙар һәм эш итеү берлеген, үҙ-ара ярҙам һәм яҡлауҙы, дөйөм маҡсаттарға өлгәшеү хаҡына эшләүҙе аңлата. Теләктәшлек — туғанлыҡ ул, халыҡ — бер ғаилә, ил — беҙҙең дөйөм йортобоҙ. Ғаиләлә көслө һәм өлкән кеше һәр саҡ кескәйҙәрен һәм хәлһеҙҙәрен яҡлай, уларға ярҙам итә. Ғаилә шулай ҡоролған: дөйөм уңыш өсөн бергәләп эшләп, ошо хеҙмәт емештәрен бергә ҡулланыу. Бөтә халыҡ теләктәшлеген беҙгә бөтөнләй сит булған капиталистик мин-минлек, индивидуализм идеологияһына — "көрәштә көслө кеше генә еңеп сыға" тигән идеологияға, иң һимеҙ ҡалъяны иң оятһыҙ һәм принципһыҙ кешеләргә эләктергән конкуренцияға — ҡаршы ҡуябыҙ.
Ҡулланыу йәмғиәтен ижад итеү йәмғиәтенә әйләндерергә кәрәк. Беҙ донъяны үҙ вариҫтарыбыҙға яҡшыраҡ итеп ҡалдырырға тейешбеҙ. Бының өсөн яҡты киләсәк тураһында хыялланырға ғына түгел, ә бөгөндән үк эшләй башларға кәрәк.
Бөгөнгө власть үтә байҙар мәнфәғәтен уйлай, беҙҙең күпселегебеҙҙә нәфрәт уятҡан ҡырағай, криминаль капитализм тәртибен яҡлай. Социаль килешеү аҫтына үҙ имзаһын ҡуйған һәр граждан — беҙҙең союздашыбыҙ. Беҙҙе хоҡуҡиәтте яҡлаусылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ғалимдар, ябай итеп әйткәндә, намыҫлы һәм выжданлы кешеләр яҡлай.
Иң ҡырҡыу мәсьәләләр беренсе нәүбәттә — торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһында. Бындағы хәлгә түҙеп торғоһоҙ. Беҙ идара итеүсе компанияларҙың муттар өйөрө ҡарамағына тапшырылғанбыҙ. Улар беҙҙе талай һәм урлай. Улар артында юғарыраҡ кимәлдәге талаусылар — электр энергияһы, һыу, йылылыҡ, газ менән тәьмин итеүселәр — тора. Был —Рәсәйҙең иң ҙур "Газпром", "РусГидро" корпорациялары һәм уларҙың күп һанлы "ҡыҙҙары", "ейәнсәрҙәре". Тарифтарҙы тап бына улар арттыра. Беҙҙең аҡса торлаҡ-коммуналь хужалыҡты яңыртыуға түгел, ә уларҙың айлыҡ эш хаҡы миллиондарса һәм тиҫтәләрсә миллион һум тәшкил иткән топ-менеджерҙары кеҫәһенә ағыла. Килеп тыуған хәл кисекмәҫтән ғәҙәттән тыш саралар күреүҙе талап итә. Был тармаҡта ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанлыҡтан, наркоманияға ҡаршы контроль ише, торлаҡ-коммуналь хужалығы буйынса махсус дәүләт контроль-тикшереү органы булдырырға кәрәк. Ваҡытлыса булһа ла. Ул граждандарҙың мөрәжәғәтенә мөмкин тиклем тиҙ — өс көн эсендә — яуап бирергә тейеш.
Бында тарифтарҙы нигеҙһеҙ арттырған өсөн енәйәт яуаплылығы индерергә кәрәк. Енәйәт кодексында талау һәм юл баҫыу өсөн ҡаралған язаны күҙҙә тотоу урынлы. Был егеттәр талаусыларҙан ни яғы менән айырыла? Беренсеһе тамағыңа бысаҡ килтереп ҡуя ла: "Янсығыңмы, ғүмереңме?" — ти. Икенсеһе квитанция тапшыра ла: "Түлә йәки урам буйына аяҡ һуҙырға сығып кит", — ти. Фатир хужаларын алдаған өсөн енәйәт яуаплылығы индерергә!
Беҙҙең "Социаль теләктәшлек партияһы" был положениеларҙы кисекмәҫтән индерергә тәҡдим итә. Төплөрәк сараларға — торлаҡ-коммуналь хужалыҡты дәүләт иҫәбенә яңыртыуға, энергияны һәм ресурстарҙы һаҡлаусы технологиялар индереүгә — килгәндә, быны һуңыраҡ эшләргә була, юҡһа идара итеүсе компанияларҙың һәм ресурстар менән тәьмин итеүселәрҙең бурҙары һәм муттары талап алып бөтәсәк.
Әгәр ҙә теләктәшлек һәм ихтыяр көсө күрһәтһәк, быға өлгәшә аласаҡбыҙ.
Тормошто үҙгәртер өсөн көрәшергә кәрәк. Беҙ сәйәсәткә тап бына көрәшер өсөн барабыҙ.
Әгәр ҙә һеҙ социаль теләктәшлек йәмғиәтендә йәшәргә теләһәгеҙ, беҙҙең "Социаль теләктәшлек партияһы" өсөн 8 сентябрҙә иртәнге сәғәт 8-ҙән һайлау бюллетенендәге 8-се һан өсөн тауыш бирегеҙ!


Вернуться назад