27 августа иртәнге сәғәт 11-ҙән 12-гә тиклем Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Арыҫлан улы Вәлиев ҡатнашлығында “Тура бәйләнеш” үтә. Ул Башҡортостан Республикаһының бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарын 8 сентябрҙә һайлау мәсьәләләре буйынса һорауҙарға яуап бирәсәк.
Аралашыу күп каналлы линияның
8-800-347-54-54 телефоны аша асыҡ форматта үтәсәк. Был номер республиканың “Башинформсвязь”, “Мегафон” һәм “СОТЕЛ” абоненттары өсөн түләүһеҙ. Башҡа кәрәҙле телефон операторҙарының абоненттары өсөн
8-347-250-25-95 телефоны буйынса кеҫә телефоны тарифы буйынса түләп һөйләшергә була.
Һорауҙарҙы алдан уҡ
8 (347) 250-67-34 телефоны буйынса ебәрергә йәки
[email protected] электрон адресына мөрәжәғәт итергә була, тик “Тура бәйләнеш” тигән билдә ҡуйырға кәрәк.
Х.А. Вәлиевтең яуаптары республика гәзиттәрендә баҫыласаҡ, Үҙәк һайлау комиссияһының www.cikrb.ru сайтында урынлаштырыласаҡ.