Ҡәҙерле дуҫтар! “Лига-М” компанияһы юрисы Таһир МАНСУРОВ һеҙҙе борсоған һорауҙарға яуап биреүен дауам итә. Уға һорау@mail.ru электрон адресы буйынса мөрәжәғәт итергә, шулай уҡ редакцияның дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә хат яҙып ебәрергә йәки 272-35-20 телефоны аша шылтыратырға мөмкин.
Дөрөҫ төҙөлөү — төп шарт
— Беҙгә туғандарҙан мираҫ ҡалды, әммә васыятнамә нотариус тарафынан раҫланмаған. Хәҙер ул йортта икенсе кешеләр йәшәй. Беҙ суд аша ул милекте үҙебеҙгә күсерә алабыҙмы? Васыятнамә 1997 йылда уҡ төҙөлгәйне.
Ильяс. Белорет районы.
— Рәсәй Гражданлыҡ кодексының 1124-се статьяһындағы 1-се пунктҡа ярашлы, васыятнамә яҙма рәүештә төҙөлөргә һәм нотариус тарафынан раҫланырға тейеш. Кодекстың 1125-се, 1127-се һәм 1128-се статьяларында васыятнамәне башҡа кешеләр раҫланған осраҡтар хаҡында яҙылған. Улар шулай уҡ нотариус раҫлағанға тиңләштерелә. Бына улар:
1) дауаханала, госпиталдә һәм башҡа стационар дауалау учреждениеларында, ҡарттар һәм инвалидтар йорттарында дауаланған граждандарҙың баш табип, уларҙың медицина буйынса урынбаҫарҙары йәки дежур врач, шулай уҡ госпиталь начальниктары, ҡарттар һәм инвалидтар йорттарының директорҙары, баш врачтары раҫлаған васыятнамәләр;
2) Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагын күтәреп йөҙгән судноларҙағы граждандарҙың судно капитаны раҫлаған васыятнамә;
3) разведкалауҙа, Арктика, Антарктика буйлап сәфәрҙә һәм башҡа ошоноң ише экспедицияларҙа булған граждандарҙың экспедиция начальнигы, Рәсәй Антарктика станцияһы йәки миҙгелле ялан базалары начальниктары раҫлаған васыятнамә;
4) хәрби хеҙмәттә булғанда, ғәскәри часть урынлашҡан пунктта нотариус булмаған осраҡта, бында эшләгән граждандарҙың, уларҙың ғаилә ағзаларының һәм хәрби хеҙмәттәгеләрҙең ғаилә ағзаларының хәрби часть командиры раҫлаған васыятнамә;
5) иркенән мәхрүм ителгән граждандарҙың төрмә, колония начальниктары раҫлаған васыятнамәһе.
Банкта иҫәбе булған кешеләр үҙ аҡсаһын тотоноу өсөн васыят ҡарарын яҙма рәүештә шул банк филиалында төҙөгән осраҡта ла васыятнамә закон буйынса раҫланған тип иҫәпләнә.
Рәсәйҙең Гражданлыҡ кодексы васыятнамәне бер яҡлы алыш-биреш килешеүенә тиңләй. Әгәр васыят тейешле шарттарҙың береһен генә булһа ла боҙоп төҙөлһә, уның буйынса судта бәхәсләшергә мөмкин.
Бынан тыш, ялыу ғаризаһы биреү ваҡыты тураһында ла онотмағыҙ. Хәҙер ул хоҡуғығыҙҙың боҙолоуын белгән көндән алып өс йыл иҫәпләнә.