Макарон да, вертолет та мөһим21.08.2013
Республика Президенты эш сәфәре менән Күмертауҙа булып, ҡаланың социаль яҡтан әһәмиәтле бер нисә объектын ҡараны, халыҡ менән аралашты.
Рөстәм Хәмитов “Башҡортостан” аҙыҡ комбинаты”нда етештереү цехтары, тирмән менән танышты. Әле бында ун төрҙәге макарон ризыҡтары етештерелә. Бынан тыш, төрлө ярма сығарыу ҙа яйға һалынған.
Республика башлығы предприятиеның ниндәй сеймал файҙаланыуы менән ҡыҙыҡһынды. Нигеҙҙә үҙебеҙҙә етештерелгән он, шулай уҡ Ырымбур өлкәһенән килтерелгән сеймал менән эшләйҙәр икән.
Әле комбинат айына 60 тонна ризыҡ етештерә. Бында 40 кеше эшләй. Республика етәксеһе ҡеүәттәрҙе арттырыу ниәте менән ҡыҙыҡһынды. Бындай мөмкинлек бар икән. Эшкәртеүселәр айына бер мең тонна самаһы макарон һәм ярма етештерергә һәләтле. Ләкин ҡоролоҡ арҡаһында сеймалға ҡытлыҡ һиҙелә.
Артабан Президент “Күмертау авиация предприятиеһы”нда булды. Ул 12-се цехтағы ремонт эштәренең барышын ҡараны. Цех киләһе йыл апрелдә сафҡа инеп Европа талаптарына яуап бирергә тейеш. Әйткәндәй, предприятие заказдар ҡабул итә башлаған да инде.
Механик йыйыу цехында Президент эшкәртеүсе үҙәктәр участкаһын ҡараны. Рөстәм Хәмитовҡа быйыл һатып алынған япон ҡорамалын күрһәттеләр. Рәсәй өсөн уникаль был машина вертолеттың алмаш өлөштәрен етештерәсәк.
Предприятиеның махсус майҙанында әҙер вертолеттар күрһәтелде. Төбәк башлығын оҙаҡламай Ҡытайға ебәреләсәк вертолеттарҙың янғын һүндереү мөмкинлектәре менән таныштырҙылар.