“Ярҙамдан өҙмәбеҙ”, — тине төбәк башлығы21.08.2013
Республика Президенты Рөстәм Хәмитов Благовар районының “Дмитриевка” сусҡасылыҡ комплексын төҙөү буйынса инвестиция проекты менән танышыу тантанаһында булды.
Башҡортостанда йылына 70 мең тонна сусҡа ите етештереү һәм эшкәртеүгә иҫәпләнгән биш заманса сусҡасылыҡ комплексын төҙөү буйынса инвестиция проектын “Таврос идара итеүсе компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ғәмәлгә ашыра. Һәр комплекста үрсем алыу, ике үҫтереү һәм һимертеү майҙансыҡтары ҡаралған. Бынан тыш, проектта йылына 230 мең тонна ҡатнаш аҙыҡ етештереүсе цех, бер юлы 90 мең тонна иген һаҡлау мөмкинлеге булған элеватор һалыу күҙҙә тотола. Шулай уҡ йылына бер миллион баш сусҡа һуйып эшкәртеү комплексы төҙөү күҙҙә тотола.
Быларҙың барыһы ла 2015 йылға файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Һөҙөмтәлә меңдән ашыу кеше эш урыны менән тәьмин ителәсәк. Проекттың дөйөм хаҡы — 12,5 миллиард һум. 3,4 миллиард һумдан ашыу аҡса тотонолған да инде.
Әле сусҡасылыҡ комплексының беренсе сираты файҙаланыуға тапшырылған. Рөстәм Хәмитов предприятиела эшләүселәр менән аралашты һәм сусҡаларҙы үҫтереү технологияһы менән танышты.
— Республика был комплексты төҙөүгә ҙур ғына ярҙам күрһәтә. Киләсәктә лә ярҙамдан өҙмәбеҙ, — тине республика башлығы.
Район үҙәгендә Рөстәм Хәмитов Благовар халҡы менән осрашыу үткәрҙе. Аралашыу барышында республика башлығы, “Благовар районы күтәрелеү осоро кисерә, уның бөтә йәһәттән дә киләсәге яҡты. Көслө хужалыҡтар бар. Йәнәшәлә генә Өфө кеүек ҡеүәтле баҙарҙың булыуы ауыл хужалығы продукцияһы етештереүҙе дәртләндерә. Шуға ла райондың уңышлы үҫешәсәгенә шигем юҡ”, — тип билдәләне.