Яңыртыу сәйәсәте маҡсатҡа ярашлы20.08.2013
Яңыртыу сәйәсәте маҡсатҡа ярашлыБашҡортостан халыҡтың социаль яҡтан үҙен нисек тойоуын күрһәткән рейтинг буйынса Рәсәй төбәктәре араһында тәүге бишәү иҫәбенә инә. Республикабыҙ, Мәскәү һәм Санкт-Петербург кеүек ҙур ҡалаларҙы уҙып китеп, 65-тән ашыу балл йыйған.

Был мәғлүмәттәрҙе Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү фонды баҫып сығарған. Быйылғы февраль һәм май айҙарында үткәрелгән фекер белешеүҙә илебеҙҙең 79 төбәгенән 56 мең 900 кеше ҡатнашҡан булған.
Һөҙөмтәләрҙе баһалағанда шундай һорауҙарға нигеҙләнгәндәр: “Республикалағы эштәр торошо менән ҡәнәғәтһегеҙме?”, “Тотош алғанда, республикалағы хәл яҡшырамы, насараямы йәки үҙгәрешһеҙ ҡаламы?”, “Һеҙ үҙ тирәгеҙҙәге кешеләрҙең республика етәкселегенән ҡәнәғәт булмауын тояһығыҙмы, әгәр тойһағыҙ, һуңғы ваҡытта был ризаһыҙлыҡ көсәйәме-юҡмы?”, “Теге йәки был протест акцияһында ҡатнашырға иҫәп тотаһығыҙмы-юҡмы?” һ.б.
Төбәктәрҙең рейтингын төҙөгәндә берҙән алып 100-гә тиклем балдар шкалаһы ҡулланылған. 65 балдан юғарыраҡ баһаланған төбәктәр — “бик юғары рейтинг”, 65-тән 55 балға тиклемгеләр — “юғары рейтинг”, 55-тән 45 балға тиклемгеләр — “уртаса рейтинг”, 45 балдан кәмдәр “уртасанан түбән рейтинг” төркөмдәренә индерелгән.


Вернуться назад