Бюллетендәр баҫыла башланы20.08.2013
"Белая река" нәшриәте Башҡортостан Республикаһының 5-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға һайлауҙы үткәреү өсөн тауыш биреү бюллетендәре бланктарын баҫа башланы. Бөтәһе 6 миллион 14 мең бланк нәшер ителәсәк.

— Быйыл Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарын һайлауға ике төрлө бюллетень әҙерләнә, сөнки тауыш биреү ҡатнаш система буйынса үткәрелә. Берҙәм һайлау округы буйынса бюллетень бер мандатлыһынан ҙурлығы һәм төҫө менән айырыла, — тип белдерҙе республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова.
Бланк дүрт төҫтә баҫыла. Нәшриәт директоры Олег Лищенконың әйтеүенсә, ялған бланк яһау мөмкин булмаһын өсөн унда төҫтәр һәм төшөрөлгән синусоидтар бик ҡатмарлы итеп эшләнгән. Элементтарҙы әҙ генә яраштырмау ҙа һүрәттең боҙолоуына килтерәсәк.
Типография бындай эште һигеҙ йыл самаһы башҡара, шуға ла сифатты гарантиялай, ялған бланк яһау мөмкинлеген юҡ кимәленә төшөрә.
— Бланк баҫыу ҡатмарлылығы менән айырыла. Шулай ҙа төп проблема баҫыу түгел, ә логистика, төргәк. Был республикала 55 округ булыуы менән бәйле. Уларҙың һәр береһенә ике төрҙәге бюллетендәр баҫырға кәрәк. Буталыу булмаясаҡ. Был бюллетендәрҙәге тангир селтәр бер төрлө түгел. Берҙәм округ бланктарында тангир зәңгәр төҫтән алһыуға һәм яңынан зәңгәргә күсә барасаҡ. Бер мандатлы округ буйынса иһә — алһыу төҫтән зәңгәргә һәм яңынан алһыуға.
Типография ай аҙағына тиклем бланктарҙы баҫып бөтөргә тейеш. Уларҙың дөйөм ауырлығы — 40 тонна самаһы.
Башҡортостанда бюллетендәр округ һайлау комиссиялары заказдары буйынса, нигеҙҙә, өс телдә баҫыла. Төп өлөшө — 80 проценты — урыҫса, 370 мең 200-ө — урыҫ һәм башҡорт телдәрендә, 237 мең 600-ө — урыҫса һәм татарса, — тип белдерҙе Марина Долматова.


Вернуться назад