Хәрбиҙәр тәртип урынлаштыра алырмы?20.08.2013
Һуңғы көндәрҙә Мысырҙағы ҡан ҡойош, Франция Хөкүмәтендә килеп тыуған ҡапма-ҡаршылыҡлы фекерҙәр иғтибар үҙәгендә булды.
Ҡаһирә ҡанға батырылды...
Мысырҙа йәнә һуғыш башланды. Быныһы инде тәүгеләренә ҡарағанда ла аяуһыҙыраҡ, аяныслыраҡ. Билдәле булыуынса, июлдә Мысырҙа демократик юл менән һайлап ҡуйылған президент Мөхәммәт Мөрсиҙе ҡорал ҡулланып властан алып ташлағандар ине. Йәғни һуңғы ике йыл ярым ваҡыт эсендә был илдә икенсе президентты бәреп төшөрҙөләр. Тәүгеһе Мысырға 40 йыл самаһы идара иткән Хөсни Мөбәрәк ине. Әле илдә Мөхәммәт Мөрси яҡлылар, яңы власҡа ризаһыҙлыҡ белдереп, урамға сығып, төрлө тәртипһеҙлек ҡыла ла инде.
Мысырҙың баш ҡалаһы Ҡаһирәлә “Мосолман ҡәрҙәштәр” фирҡәһе яҡлылар йома намаҙынан һуң хәрбиҙәр һәм полиция хеҙмәткәрҙәре менән низағҡа ингән. Ҡанлы бәрелеш икенсе көндә лә дауам иткән, һөҙөмтәлә меңәрләгән кеше һәләк булған. “Мосолман ҡәрҙәштәр” фирҡәһе яҡлылар “2,2 мең кеше һәләк булды”, тип мәғлүмәт бирә. Мысыр тарихында тәүлек эсендә ошо тиклем ҡорбандың 1973 йылдағы ғәрәп-йәһүд һуғышынан һуң булғаны юҡ ине әле.
Бындай ҡан ҡойошҡа юл ҡуйған Мысыр властарына йәмәғәтселек вәкилдәре, халыҡ-ара ойошмалар ҙур ризаһыҙлыҡ белдерә. Америка Ҡушма Штаттары президенты Барак Обама ла был тәңгәлдә үҙ һүҙен әйтте. Ул Мысыр президенты вазифаһын башҡарыусы Адли Мансур етәкселегендәге яңы власты рәхимһеҙлек ҡылыуҙа ғәйепләне, Мөхәммәт Мөрси яҡлыларҙы ҡыуып таратыуҙа кәрәгенән артыҡ көс ҡулланылған, тине, планлаштырылған берлектәге хәрби күнекмәләрҙе уҙғарыуҙан да баш тартты. Барак Обама ил етәкселегенән ғәҙәттән тыш хәл режимын бөтөрөүҙе талап итә. Мысыр хакимдары иһә бындай мөрәжәғәтте экстремистик көстәргә ярҙам итеү тип баһалай. Ә бит Хөсни Мөбәрәкте властан алып ташлағандан һуң АҠШ Мысырҙың яңы етәкселеген үҙ яғына ауҙарыу өсөн нимә генә эшләмәне! Американдар рәсми Ҡаһирәгә йылына 1,3 миллиард доллар хәрби һәм 250 миллион доллар иҡтисади ярҙам күрһәтә ине. Бындай низағтан һуң АҠШ үҙ ярҙамынан баш тартырмы — әйтеүе ҡыйын. Һәр хәлдә Барак Обама әлегә был хаҡта бер ни ҙә өндәшмәй. Шуныһын да әйтеп үтеү маҡсатҡа ярашлы булыр ине: Мысырҙағы ҡан ҡойошто бөгөн АҠШ ҡына түгел, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Хәүефһеҙлек советы ла ҡаты тәнҡитләй. Тик был һис кенә лә “Мосолман ҡәрҙәштәр” фирҡәһе яҡлыларҙың власҡа әйләнеп ҡайтасағына ишараламай, сөнки уларҙың хакимлығын хәрбиҙәр менән полиция ғына түгел, тышҡы “йоғонтоло көстәр” — Сәғүд Ғәрәбстаны, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Кувейт кеүек илдәр ҙә — теләмәй. Ошондай шарттарҙа Мөхәммәт Мөрси яҡлыларға партизан һуғышы алып барырға ғына тура киләсәк. “Мосолман ҡәрҙәштәр” фирҡәһенең “Әл-Ҡаһиҙә” менән бәйләнеш тотоуын да иҫтән сығарырға ярамай. Йәғни уларҙың, террористик акттар ойоштороп, яңы властан үс алыу юлына баҫыуы ихтимал. Ошоларҙы иҫәпкә алғанда, илдә яҡын арала тыныслыҡ урынлашмаясаҡ әле. Граждандар һуғышы башланып китеү ихтималлығы ла бар. Ул сағында инде АҠШ был илгә үҙ хәрбиҙәрен мотлаҡ индерәсәк. Бынан ары халыҡ-ара ойошмаларҙан да, сит илдәрҙән дә Мысыр етәкселегенә теләктәшлек күрһәтелмәйәсәге көн кеүек асыҡ.
Ошоно аңлап, илдең вице-президенты Мөхәммәт әл-Бәрәди үҙе теләп отставкаға китте. МАГАТЭ-ның элекке етәксеһе булараҡ халыҡ-ара кимәлдә абруйы ҙур ине уның. 71 йәшлек сәйәсмән баштан уҡ яңы власҡа хеҙмәт итергә теләмәне – премьер-министр вазифаһынан баш тартты, вице-президент булырға ғына күнде. Хөкүмәттә халыҡ-ара хәлдәрҙе тап ул көйләргә тейеш ине. Әл-Бәрәдиҙең китеүе — яңы власть өсөн ҙур юғалтыу. Шул уҡ ваҡытта илдең власть структураларында яңыса кадрҙар сәйәсәте алып барыла. Үткән аҙна башында Мөрси ваҡытында ҡуйылған барлыҡ губернаторҙар вазифаһынан бушатылған. Улар урынына хәрбиҙәр үрләтелә. Мәҫәлән, 25 төбәк башлығының 19-ы — генерал, икәүһе судья булһа, дүртәүһе — Хөсни Мөбәрәктең яҡын кешеләре. Мысырҙа хәрбиҙәр электән ҙур сәйәси көс булып иҫәпләнде, һәм барлыҡ түңкәрелештәр улар ҡулы менән атҡарыла. Яңы власть, губернаторҙарҙы генералдар араһынан тәғәйенләп, ҡаты тәртип урынлаштырмаҡсы. Тик был килеп сығырмы?
Министрҙарҙы“ рәшәткә” айыра
Франция Хөкүмәтендә яңы янъял ҡубыуы донъя йәмәғәтселегенең иғтибарын шунда уҡ йәлеп итте. Эйе, француздар үҙҙәренең ҡылығы менән аптыратыуҙан бушамай. Бер енеслеләргә никахҡа инергә рөхсәт биреүсе закон ҡабул итеп ғәжәпләндереүҙәре етмәгән, әле килеп хөкөм ителеүселәрҙе “бүлешә” алмай ҡаңғыралар. Эш шунда: суд реформаһы барышында эске эштәр министры Манюэль Вальс менән юстиция министры Кристиан Тобира араһында килешмәүсәнлек килеп сыҡҡан. Кристиан Тобира “төрмә енәйәтселәрҙе аҡылға ултыртмай, ә, киреһенсә, боҙа ғына” тигән фекерҙә. Шуға ла был ханым хатта ауыр енәйәт (кеше үлтереү, көсләү, теракт ойоштороу һ.б.) ҡылып төрмәгә эләккәндәрҙе лә рәшәткә артынан тиҙерәк ҡотолдороу яғында. Әлбиттә, һәйбәт тәртиптәре өсөн. Ә Манюэль Вальс иһә енәйәтселәрҙе “иркәләүгә” бөтөнләй ҡаршы һәм рецидивистарҙы ғүмерлеккә төрмәгә ултыртыу яҡлы. Хәҙер иһә Франция президенты Франсуа Олландҡа ике министрҙың береһен генә яҡларға тура киләсәк. Кристиан Тобираның министр кәнәфиенән ҡолаҡ ҡағыу ихтималлығы ҙурыраҡ, сөнки был ханым Франсуа Олланд етәкләгән Социалистар партияһы ағзаһы түгел. Президент өсөн ул — уңайһыҙ сит кеше. Шуға ла ауыр енәйәт ҡылып төрмәгә эләккәндәргә һөйөнөргә иртәрәк. Йәмәғәтселек фекеренә таянып, юстиция министрын отставкаға ебәреүҙәре лә ихтимал. Ә Манюэль Вальсҡа килгәндә, Тобиранан айырмалы, уның үрләү ихтималлығы ла бар. Ул өмөтлө сәйәсмән иҫәпләнә һәм уны киләсәктә премьер-министр булып китер тип юрайҙар. Премьер-министр Жан-Марк Эро үҙ урынын бушатһа, әлбиттә. Бына шулай, үтә мәрхәмәтле булып күренергә тырышыусылар ҙа бар шул сәйәсмәндәр араһында.