Килешеүен-килештеләр ҙә...17.08.2013
Һайлау алды көрәшен башлаған партияларҙың төбәк бүлексәләре мөһим сараны намыҫлы үткәреү тураһында килешеү төҙөштө. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар билдәләгәнсә, был документҡа ҡул ҡуйыу башланғысы менән парламентҡа инмәгән партиялар союзы сығыш яһаған. “Гражданлыҡ платформаһы” партияһы иһә — уны ойоштороусыларҙың береһе.
Туғыҙ партия килешеүгә ҡул ҡуйҙы. “Гражданлыҡ платформаһы” партияһының урындағы бүлексәһе етәксеһе Валерий Аббасов, был килешеү буш ҡағыҙ түгел, ә юридик документ, ҡул ҡуйыусылар үҙ өҫтәренә билдәле бер йөкләмә ала, тине.
— Беҙҙең мәнфәғәттәребеҙ һәм маҡсаттарыбыҙ төрлө, шулай ҙа берҙәм эш итеү өсөн юлдар табылыр тип ышанам, — тип билдәләне “Йәшелдәр” экологик партияһы ағзаһы Максим Гавазин.