Юрист кәңәштәре16.08.2013
Айырылғанда юрист ярҙамы кәрәкме?
— Ун йыл самаһы йәшәгәндән һуң ирем менән айырылышырға булдыҡ. Никахта саҡта бергә туплаған милкебеҙ бар. Судта хоҡуҡтарымды үҙем яҡлай аламмы, әллә юрист-адвокаттарҙың ҡатнашыуы мотлаҡмы? Шулай уҡ судҡа ғариза яҙыу тәртибе тураһында ла мәғлүмәт биреп китһәгеҙ ине.
Рәйлә.
Иглин районы.
— Алдан уҡ киҫәткем килә: айырылышҡан саҡта мөнәсәбәттәр һәйбәт булһа ла, эш милек бүлешеүгә барып етһә, йыш ҡына дуҫтарса ғына килеп сыҡмай. Бындай осраҡта милек бүлеү мәсьәләһе суд ярҙамында хәл ителә. Рәсәй Гражданлыҡ кодексының 256-сы һәм Ғаилә кодексының 34-се статьяларына ярашлы, законлы никахта бергә тупланған милек уртаҡ тип һанала һәм айырылған саҡта тигеҙ өлөштәргә бүленә.
Әгәр икеләнәһегеҙ һәм милектең һеҙ теләгәнсә бүленәсәгенә ышанысығыҙ юҡ икән, профессиональ юрисҡа мөрәжәғәт итеү хәйерлерәк. Белгестәр квалификациялы кәңәштәрен дә бирәсәк, әгәр кәрәк була ҡалһа, судта һеҙҙең мәнфәғәтте лә яҡлаясаҡ. Мөлкәт бүлешкән осраҡта профессионалдар хеҙмәтенә аҡса йәлләмәү дөрөҫөрәк, әлбиттә.
Судҡа мөрәжәғәт итеү тәртибен дә аңлатып үтәйем. Милек бүлешеү тураһындағы ғаризала эш ҡараласаҡ судтың исемен, үҙегеҙҙең паспорт мәғлүмәттәрен күрһәтеү мөһим. Шунда уҡ ни өсөн милек бүлешеү тураһында ғариза яҙыуығыҙҙы аныҡ аңлатығыҙ.
Ғариза менән бергә тапшырылырға тейешле документтар исемлеге: паспорт һәм уның бөтә биттәренең күсермәһе, никах йәки айырылышыу тураһындағы таныҡлыҡ, бүленергә тейешле мөлкәттең тулы исемлеге. Әгәр күсемһеҙ милек бүлешәһегеҙ икән, ғариза менән кадастр документтары һәм уның күпме тороуы тураһында белешмә лә һалынырға тейеш. Күсемһеҙ милкегеҙҙең хаҡын белеү өсөн бойондороҡһоҙ экспертиза үткәреү мотлаҡ, был махсус акт менән дәлилләнергә тейеш.
Шулай ҙа, әгәр эште үҙаллы атҡарырға тип ныҡлы ҡарар иткәнһегеҙ икән, өҫтә яҙылған документтарҙы туплағыҙ, дәүләт пошлинаһын түләгеҙ ҙә судҡа ғариза бирегеҙ. Судта юристың ҡатнашыуы мотлаҡ түгел.