Берҙәм юл кәрәк16.08.2013
Ошо көндәрҙә республика Хөкүмәте йортонда ойошторолған “Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр советы” ассоциацияһы идараһы ултырышында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырыу һәм территориаль йәмәғәт үҙидараларын үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды. Уның эшендә Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе Владимир Балабанов ҡатнашты.

Ултырышта билдәләнеүенсә, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләһе бөгөн киҫкен тора. 2013 йылдың тәүге яртыһында ғына ла республикала 1877 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, унда 257 кеше һәләк булған, 2357-һе төрлө кимәлдәге тән йәрәхәттәре алған. Былтырғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, баш ҡалала юлда үлеүселәр кәмеһә, райондарҙа был күрһәткес артҡан. Сәбәптәр билдәле: юлдарҙың сифаты насар, кешеләр иғтибарһыҙ һәм эскән килеш рулгә ултырыуҙан да тартынмай, юл хәрәкәте билдәләре урынлаштырыу тәртибе камиллаштырыуҙы көтә...
Владимир Балабанов әйтеүенсә, һәр райондың хәүефһеҙлекте арттырыу өсөн үҙ программаһы булырға тейеш. Шулай уҡ пассажирҙар ташыу системаһын тәртипкә килтерергә кәрәк. Ултырышта ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары үҙ биләмәһендәге хәл менән таныштырҙы, мәсьәләне хәл итеү маҡсатында күрелгән саралар тураһында һөйләне.
Территориаль йәмәғәт үҙидаралары (ТОС) булдырыу мәсьәләһе лә — көн үҙәгендә. Бөгөн республикала бындай 662 ойошма бар, шуның бишәүһе генә юридик яҡтан дөрөҫ теркәлгән. Идара итеүҙең был формаһы яңы барлыҡҡа килә башлауға ҡарамаҫтан, республикала уға бәйле ыңғай миҫалдар ҙа юҡ түгел. Шулай уҡ был мәсьәләне көйләү өсөн ҡануниәтте камиллаштырыу тураһында һүҙ булды. 131-се Федераль закон быны үҙ эсенә алмай. Артабан үҫешеү өсөн булғандары буйынса тулы анализ яһарға һәм берҙәм ойоштороу юлдарын һайларға кәрәк тигән фекергә килде ултырышта ҡатнашыусылар.


Вернуться назад