Яңырыу теләге ҙур16.08.2013
Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының өсөнсө саҡырылыш ағзалары исемлеге мәғлүм булды. Ошо көндәрҙә улар менән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов осрашты. Йәмғиәтебеҙ өсөн мөһим мәсьәләләр буйынса йәнле фекер алышыу барҙы.
— Палатаның яңы составын эш башлауы менән ҡотлайым. Беҙҙең өсөн уның әһәмиәте ҙур, — тине Рөстәм Зәки улы. — Йәмәғәт палатаһының эшмәкәрлеге әүҙемерәк, замансараҡ булһын, йәмғиәтебеҙгә файҙа күрһәтеүгә йүнәлтелһен ине тип теләйем.
Төбәк башлығы фекеренсә, бөгөн Йәмәғәт палатаһының тәғәйенләнеше башҡасараҡ. Яңырыу осоронда, заманса алымдар, кешеләр менән эшләүҙең һөҙөмтәле юлдарын таба белеү мөһим.
— Эшмәкәрлектең яңы юлдарын эҙләйек. Мәҫәлән, бөгөн Интернет-йәмәғәтселектәр күпләп барлыҡҡа килә. Улар — йәмәғәт ойошмалары, республика, тотош ил өсөн партнер. Интернет үҙенең мөхитен, структураһын булдыра, ә уның көсө, ҡеүәте, йоғонтоһо бар. Ошоно ла үҙ эшегеҙҙә файҙаланығыҙ, — тине Президент.
Республика башлығы әйтеүенсә, йәмәғәтселек идаралыҡҡа йәлеп ителергә тейеш. Йәмәғәт палатаһында төрлө өлкәлә хеҙмәт иткән кешеләр йыйылған, һәр береһенең үҙ йүнәлеше буйынса идеялары бар. Шуларҙы бергә йыйып, республика файҙаһына туплау мөһим.
— Республикабыҙҙың киләсәккә пландары ҙур. Беҙ илдең башҡа төбәктәре менән ресурстар, инвесторҙар өсөн дәғүәләшәбеҙ. Көрәштә иң көслөләр һәм ойошҡандар ғына еңә. Был йәһәттән дә Йәмәғәт палатаһына өмөт бағлана. Һеҙ республика үҫеше өсөн яңы йүнәлештәр эҙләшә алаһығыҙ, — тине Рөстәм Зәки улы.
Йәмәғәт палатаһы рәйесе Рәмил Бигнов Рөстәм Хәмитовҡа бындай осрашыуға саҡырған өсөн рәхмәт белдерҙе.
— Алда Палатаны ҙур эш көтә, беҙ быны аңлайбыҙ. Заман талабы буйынса эшмәкәрлек йүнәлешен, ысынлап та, икенсерәк юҫыҡта алып барырға кәрәк. Мөмкинлектәребеҙ ҙур, ағза итеп эшлекле кешеләр һайланды. Һәр кем үҙ йүнәлеше буйынса ҙур тәжрибәгә эйә, ә иң мөһиме — улар эшләү теләге менән килгән,— тине ул.
Әңгәмә барышында Палата ағзалары үҙ теләктәрен, уйҙарын еткерҙе, тәҡдимдәр менән сығыш яһаны, теге йәки был мәсьәлә буйынса Президенттың фекере менән ҡыҙыҡһынды.