Сусҡаларға ҡаршы... геноцид?14.08.2013
Сусҡаларға ҡаршы... геноцид?Хәҙер Рәсәй крәҫтиәндәренә был малды аҫрауҙы тыйыуҙары ихтимал

Илебеҙҙең ауыл хужалығы тармағында тағы ла болоттар ҡуйыра. Был юлы сусҡаларға оло хәүеф янай. Африканан килгән сусҡа тағунының үтә лә киң таралыуынан ҡурҡып, беҙҙә крәҫтиәндәргә хәҙер "ҡаты морондар"ҙы аҫрауҙы тыйыуҙары ихтимал. Был турала фекер Рәсәй Хөкүмәтендә яңғыраны ла инде. Һөҙөмтә: илдең ҡайһы бер төбәктәрендә һүҙҙе тормошҡа ашыра ла башлағандар.

Хөкүмәттә ултырған оло түрәләрҙе ошондай фекерҙе яңғыратырға мәжбүр иткәс, был мал ауырыуы бигерәк ямандыр инде, тип уйлар ҡайһы берәүҙәр. Яңылышмаҫ та, эйе, яман, тик... сусҡалар өсөн. Африканан килгән тағундың был вирусты эләктергән сусҡа көтөүен тиҙ арала ҡырып һалыуы бар. Әммә кешеләр өсөн уның хәүефе юҡ тиерлек. Үкенескә ҡаршы, малды тағундан дауалау әмәлен генә әлегә тапмағандар.
Был сир беҙҙең илгә бер нисә йыл элек килеп эләккән һәм иң тәүҙә Төньяҡ Осетияла теркәлгән. Рәсәйҙең баш санитар врачы Геннадий Онищенко бында грузиндарҙың этлеген дә эҙләп маташты-маташыуын. Баҡһаң, уларҙың ғәйебе юҡ, тағундың төп таратыусылары ҡырағай ҡабандар икән. Улар сирҙе үҙҙәре үткән биләмәлә таратып бара, шунан вирус йорт сусҡаларына килеп эләгә. Шул мәлдән халыҡтың аҙбарҙа торған сусҡалары ҡырыла башлай. Ә крәҫтиән быны күреп, уларҙы йәһәтерәк салып ҡалыу яғын ҡарай. Бындай ит менән туҡланған мал хужаһы үҙе лә тағунды таратыусыға әүерелә. Ғалимдар бындай итте ашарға ярау-ярамауы тураһында һаман да бәхәсләшә. Әммә уның ҡалдыҡтары ҡабаттан сусҡаларға эләгеү менән тегеләрҙең йән биреүе бик ихтимал.
Әлбиттә, тағундың берәй ҙур сусҡасылыҡ комплексына эләгеүе – бындай мәлдә иң ҙур хәүефтең береһе. Ул саҡта фермерҙарға юғалтыуҙың күләмен һанарға ғына ҡаласаҡ. Шуға ла беҙҙең илдә Африка тағунына берәй шик-шөбһә тыуыу менән эргә-тирәләге хужалыҡтарҙа сусҡалар юҡ ителә. Әммә власть даирәләренең сирҙе сикләү буйынса ҙур тырышлыҡ һалыуына ҡарамаҫтан, ул Рәсәйҙең үҙәк төбәктәренә, Белоруссияға һәм илдәге сусҡа итенең өстән бер өлөшөн етештереүсе Белгород өлкәһенә үтеп ингән. Был хәл, әлбиттә, ил етәкселеген борсолорға мәжбүр итә. Шуға ла Хөкүмәттә шәхси крәҫтиән хужалыҡтарына сусҡа тотоуҙы тыйыу тураһында фекерҙәр ишетелә башланы ла инде.
Әммә бындай ысул сирҙең таралыуын сикләргә ярҙам итә алырмы – бына ниндәй һорау борсой бөгөн крәҫтиәнде. Әллә Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ингәндән һуң былай ҙа ҡатмарлыҡтар кисергән ауыл хужалығы өсөн тағы бер аяуһыҙ һынауға әүерелерме? Әлбиттә, мосолмандар күберәк йәшәгән төбәктәр ауырлыҡты еңелерәк үткәрәсәк, ә бына ғүмер баҡый ошо малды аҫрап, шуның иҫәбенә йәшәгән урыҫ крәҫтиәндәре нимә эшләр?
Рәсәйҙә берәй мәсьәләне хәл итеү юлын ныҡлап уйлар урынға, йыш ҡына "тамырҙан өҙөргә" яраталар. Быға миҫалдар бихисап инде. Крәҫтиәндәрҙе сусҡанан баш тартырға саҡырыу ҙа ошоно хәтерләтә. Крәҫтиәндәрҙе һуңғы малынан ваз кистереү үҙен аҡлармы? Бер нисә йылдан был аҙымдың хата булыуын танырға тура килмәҫме икән?
Бөгөн бәләкәй хужалыҡтар Рәсәйҙәге сусҡа итенең өстән бер өлөшөн етештерә. Әгәр Хөкүмәттәге фекерҙәр тормошҡа ашырыла ҡалһа, уның урынын импорт продукция биләйәсәк. Ил етәкселеге ошондай хәүефле мәлдә ит етештереүҙе нигеҙҙә сусҡасылыҡ комплекстары иңендә ҡалдырыуҙы хуп күрһә лә, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүебеҙ, ябай крәҫтиәнгә ҡарағанда, тап уларҙың тигеҙ конкуренцияла көсһөҙ булыуын асыҡланы.
Шулай уҡ сит ил тәжрибәһе лә беҙгә өлгө була алмай. Мәҫәлән, Европала 100 – 200 мең баш сусҡа аҫралған комплекстар юҡ тиерлек, киреһенсә, фермаларҙа уларҙың һанына ҡарата сикләүҙәр бар.
Рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, әле илдә Африка тағуны теркәлгән 58 шәхси хужалыҡ булыуы билдәле. Бигерәк тә Ростов һәм Волгоград өлкәһе ҙур зыян күргән. Сусҡа аҫраусы шәхси хужалыҡтар Рәсәйҙә 17 миллиондан ашыу. Бөгөн ҡайһы бер төбәктәрҙә тағун раҫланмайынса ла, сусҡаларҙы ҡырыу эше ҡыҙғандан-ҡыҙа. Һис шикһеҙ, бындай киҫкен сараларҙың илдең ауыл хужалығы үҫешенә ыңғай йоғонто яһамаясағы көн кеүек асыҡ. Хатта Белгород өлкәһендә шәхси хужалыҡтарҙан сусҡаларҙы килограмын 60 һумдан һатып ала башлағандар икән. Ошо төбәктең башлығы билдәләүенсә, ҙур агрохолдингтарҙың эшмәкәрлеген хәүеф аҫтына ҡуйырға ярамай, шуға күрә Африка тағунына ҡаршы бөтә көстө йүнәлтеү мөһим.
Сусҡаларға ҡаршы етди көрәштең төп сәбәбе сирҙең таралыу хәүефендә булыуына шикләнеп, уның ҙур агрокорпорациялар мәнфәғәтендә барлыҡҡа килгән уйҙырма икәнлеген фаразлаусылар ҙа юҡ түгел. Рәсәй крәҫтиәндәре сусҡа менән ҡалырмы, әллә унан ваз кисерме – быны ваҡыт ҡына күрһәтәсәк.

Эксперт фекере

Дамир ХУЗИН, Башҡортостан ветеринария идаралығының бүлек етәксеһе:
– Ысынлап та, Рәсәйҙә һуңғы осорҙа Африка тағуны бигерәк көсәйҙе. Ул хәҙер өсөнсө йыл дауамында күҙәтелә. Зыян күреүселәр араһында юғары биологик һаҡлау кимәле булған ҙур сусҡасылыҡ комплекстары ла бар. Мәҫәлән, Воронеж өлкәһенең 35 мең сусҡаһы булған "АгроЭко", Тверь өлкәһенең 12 мең сусҡа аҫраған "Дмитрова Гора" комплекстары шулар иҫәбендә. Инфекция Белгород, Тула, Ярославль, Түбәнге Новгород, Смоленск һәм Мәскәү өлкәләренә лә үтеп инде. Уның Башҡортостанда ла таралыу ихтималлығы юғары. Ә бының тармаҡҡа үтә лә ҙур юғалтыуҙар менән янауы ихтимал. Шуға ла крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары был бәләнән үҙҙәрен ныҡлап һаҡлай алмағанда, икенсе төр мал аҫрауға күсергә мәжбүр. Ә талаптар юғары: сусҡасылыҡ менән шөғөлләнгән һәр фермала башҡа йән эйәләре үтә алмаҫлыҡ кәртәләр, душ, күҙәтеү-үткәреү режимы һәм башҡаһы булырға тейеш. Әммә быларҙың барыһын да үтәү һәр кемдең ҡулынан килмәй. Шуға ла Башҡортостанда сусҡасылыҡ менән шөғөлләнгән 179 хужалыҡтан бөгөн ни бары 46 хужалыҡ тороп ҡалды. Шуларҙың унауһы – ҙур агрокомплекстар.
Әгәр ҙә сирҙе ауыҙлыҡлауҙа ыңғай үҙгәреш күҙәтелмәһә, юғалтыу ҙур буласаҡ. Хәүеф, нигеҙҙә, ҡырағай ҡабандарҙан янай. Шуға ла Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы һунарсыларға был йәнлеккә лицензияһыҙ һунарҙы рөхсәт итте. Африка тағуны теркәлгән төбәктәрҙән продукция ла республикаға индерелмәй.
Был сирҙең вирусы тиҙ үҙгәреүсән, шуға күрә уға ҡаршы вакцинация эшләү мөмкин түгел. Сусҡалар уны йоҡторһа, һаҡланыуҙың берҙән-бер ысулы – 20 километр радиустағы бөтөн малды юҡ итеү. Үкенескә ҡаршы, башҡа ысулдар ярҙам итмәйәсәк.


Вернуться назад