“Һалҡын һуғыш” утына “ҡуҙ” өҫтәлә13.08.2013
Уҙған аҙнала Рәсәй менән АҠШ министрҙарының “2+2” форматындағы осрашыуы, Ирандың яңы һайланған президенты Хәсән Руханиҙың рәсми рәүештә үҙ вазифаһын үтәй башлауы мөһим ваҡиғалар рәтендә булды.
Министрҙар ғына көсөргәнеште кәметерме?
9 августа Вашингтонда Рәсәй һәм АҠШ-тың сит ил эштәре һәм оборона министрҙары әңгәмә ҡорҙо. Билдәле булыуынса, АҠШ президенты Барак Обама 3 сентябрҙә Мәскәүгә килергә тейеш ине, әммә ул Владимир Путин менән күрешеүҙән баш тартты. Тап шул сәбәпле ике ил араһында йыйылып киткән мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшер өсөн Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров һәм оборона министры Сергей Шойгу, АҠШ яғынан Джон Керри һәм Чак Хейгел осрашты. Ике ил араһында килешмәүсәнлек булыуға ҡарамаҫтан, уртаҡ проблемалар ҙа байтаҡ. Мәҫәлән, киләһе йыл Халыҡ-ара хәрби көстәр Афғанстан биләмәһен ҡалдырырға тейеш. 2014 йылдан һуң был илдә ни булыры Рәсәй өсөн дә, АҠШ-ҡа ла бик мөһим, һәм икеһе лә тыныслыҡ булдырыу яҡлы. Тотороҡлолоҡҡа өлгәшер өсөн килешеп эшләү талап ителә. Сүриә мәсьәләһендә лә уртаҡ фекергә килеү зарур. Шулай уҡ Ирандың уран байытыуы һәм ошоноң менән бәйле байтаҡ аңлашылмаусанлыҡтарҙы (был илгә ҡарата төрлө санкциялар ҡулланыу һәм килешеү юлдарын эҙләү) хәл итергә ынтылыу, ядро ҡоралын киң таратыуға юл ҡуймау, тыныс маҡсатта Йыһанды үҙләштереү һәм башҡа мәсьәләләр ике яҡты ла ҡыҙыҡһындыра. Быларҙан тыш, ракета һөжүменә ҡаршы системалар мәсьәләһе лә иғтибар үҙәгенән төшмәгән һәм хәл итеүҙе талап итә.
Сетерекле проблемаларҙы министрҙар кимәлендә булһа ла яйға һалырға ынтылып ҡаранылар. Тик, нисек кенә булмаһын, президенттарҙың осрашып һөйләшеүе кәрәк. Рәсәйҙең оборона министры Сергей Шойгу АҠШ хәрбиҙәрен берлектә күнекмәләр уҙғарырға саҡырған. Киләһе йыл Рәсәйҙә “танктар биатлоны” уҙғармаҡсылар. Был сараның төп маҡсаты — американдарға “Т-90” танкының өҫтөнлөктәрен күрһәтеү. Тик хәрби көс менән маһайыу яҡшыға алып килмәҫ шул. АҠШ яғы ла “Т-90” кеүек заманса танк төҙөргә ынтыла башлар. Әле үк хәрби ҡоралға ҡомарланып ҡыҙығыу күренеше ярылып ята.
Министрҙарҙың осрашыуынан һуң күп тә үтмәй АҠШ президенты Барак Обама матбуғат конференцияһы уҙғарғайны, шунда “һалҡын һуғыш” осороноң әйләнеп ҡайтыу ихтималлығын да әйтеп ысҡындырҙы. 3 сентябрҙә Рәсәйгә килеүҙән баш тартыуының сәбәптәре Эдвард Сноуден менән генә бәйле түгеллеген дә иҫбатларға маташты. Уның белдереүенсә, һуңғы осорҙа ике ил араһында байтаҡ аңлашылмаусанлыҡ булған, һәм Сноуденға ҡағылышлы ваҡиға низағты көсәйтеп кенә ебәргән. Барак Обама Үҙәк разведка идаралығының элекке хеҙмәткәре Эдвард Сноуденға Мәскәүҙә сәйәси һыйыныу урыны бирелгәнгә ярһый. АҠШ-тың хәрби серен бар донъяға асып һалған был кешене тотоп биреүҙәрен һораһа ла, Владимир Путин ҡасҡынды бер йылға тиклем Рәсәйҙә ҡалдырыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Әле Сноудендың атаһы улын күрер өсөн беҙгә килергә йыйына икән. Был ваҡиғаның ике ил араһындағы мөнәсәбәттәрҙе тағы ла киҫкенләштереп ебәреүе ихтимал. Әле үк АҠШ-тың ҡайһы бер сәйәсмәндәре, Рәсәйгә бойкот иғлан итеп, Сочи Олимпиадаһында ҡатнашыуҙан баш тартырға саҡыра.
Илебеҙ тарихында быға оҡшаш ваҡиға булғайны инде. 1980 йылда Мәскәүҙә уҙған йәйге Олимпиадаға ла байтаҡ ил вәкилдәре, шул иҫәптән Америка Ҡушма Штаттары спортсылары килмәне. Ул саҡта СССР-ҙың Афғанстанға (1979 йылда) ғәскәр индереүенә ризаһыҙлыҡ белдергәйнеләр. Әле лә шуны көҫәй ҡайһы бер сәйәсмәндәр. Тик, Аҡмулла әйтмешләй, “Ҡоторған эттең һауаға ҡарап өрөүе менән Асманда торған Айҙың нуры китмәҫ” шул. Йәғни, килмәһәләр, уларһыҙ ҙа бынамын тигән итеп ойошторолор Олимпиада.
Барак Обама иһә, 3 сентябрҙә Мәскәүгә килмәһә лә, ике көндән барыбер Рәсәй еренә аяҡ баҫасаҡ, сөнки 5-6 сентябрҙә Санкт-Петербург ҡалаһында “Ҙур егерме” илдәре етәкселәренең сираттағы саммиты уҙа. Ул ошонда булһа ла Владимир Путин менән күрешергә тейеш. Тик был осрашыу ғына ике ил араһындағы көсөргәнеште кәметә алырмы икәнен әйтеүе ҡыйын.
Иран Ираҡ түгел...
Башҡа хәлдәргә килгәндә, үткән аҙнала Ирандың яңы һайланған президенты Хәсән Руханиҙың инаугурацияһы булды, унда 52 илдән вәкилдәр ҡатнашты.
Яңы һепертке яңыса һеперә тигән кеүек, Хәсән Рухани ҙа яңы сәйәсәт алып бармаҡсы. Ул Әхмәдинижад осоронда АҠШ һәм Европа Союзы илдәре тарафынан Ирандың уран байытыуына ҡаршы ҡабул ителгән санкцияларҙы кәметеүгә табан тәүге аҙымдарын эшләне лә инде. Иран бер үк ваҡытта уран байытыу эшен туҡтатмаҫҡа иҫәп тота. Улай ғына ла түгел, был йүнәлештә үҫешергә иҫәбе бар.
Мәхмүд Әхмәдинижад осоронда бойомға ашырылмай ҡалған ҡайһы бер проекттарҙы ғәмәлгә индереү юлдарын да эҙләй башланы яңы президент. Ул да булһа — Рәсәй менән берлектә атом электр станцияһы төҙөү. Әгәр Рәсәй менән Иран араһында ошо юҫыҡта яңы килешеү төҙөлһә, АҠШ һәм ЕС илдәренә Иранға яҫҡыныу ауырға төшәсәк, сөнки беҙҙең ил бизнес буйынса партнерының дошмандары тарафынан “өҙгөләнеүенә” юл ҡуймаясаҡ. Унан килеп Рухани үҙе лә сит илдәр менән дипломатик мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыу яғында.
Шул уҡ ваҡытта яңы президент Сүриәләге Бәшәр Әсәд режимын яҡлаясағын да белгертте. Быныһы инде АҠШ етәкселеген һис кенә лә ҡәнәғәтләндермәй. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Ирандың яңы етәкселеге АҠШ менән 1979 йылда уҡ өҙөлгән дипломатик мөнәсәбәттәрҙе тергеҙеү уйы менән яна. Углеводород запасына бик бай булған был илде АҠШ хәрби көс менән генә яулай алмаҫ, ахырыһы. Иран Ираҡ түгел, тиҙ генә теҙ сүктерә алмаҫтар. Унан килеп Рухани Әхмәдинижад түгел: иҡтисад буйынса көсһөҙ булһа ла, сәйәсәттә вариҫынан күпкә өҫтөнөрәк. Шуға ла уға ҙур өмөт бағлана.