Танышыу булды10.08.2013
Республика һәм район киң мәғлүмәт саралары журналистары, дәүләт һәм бойондороҡһоҙ йәмәғәт ойошмаларының эксперт-экологтары, шулай уҡ Өфө районы кешеләренән бер төркөм Мәскәү өлкәһенең Егорьевск ҡалаһындағы “Кроношпан” предприятиеһына юлланды. Делегацияға 22 кеше инә.
Сәфәрҙең төп маҡсаты — ағасты ныҡлап эшкәртә торған предприятиеның эше менән танышыу. Әйтергә кәрәк, ошондай производствоны Өфө районында төҙөү ҡарала. Әлеге көндә Егорьевск ҡалаһындағы ағас эшкәртеү заводы — Австрияның “Кроношпан” компанияһының Рәсәйҙә асылған тәүге предприятиеһы.
— Сәфәрҙең программаһына завод буйлап экскурсия, “Кроношпан” етәкселәре менән аралашыу инә. Тәүҙә уны матбуғат өсөн генә ойоштормаҡсылар ине, ләкин тикшереү барышында ҡатнашыусылар һанын арттырып, уға эксперт-экологтарҙы, шулай уҡ Шакша, Дорогин һәм Кириллов ауылдары кешеләрен дә индерергә булдылар, сөнки яңы производство ошо ауылдар янында урынлашасаҡ, — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Президенты Хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.