Юрист кәңәштәре09.08.2013
Мине өлөшһөҙ ҡалдырғандар

— Әсәйемдең ике балаһы — мин һәм ҡустым — бар ине. Күптән түгел ҡәҙерле кешебеҙ вафат булды. Уның мираҫты ҡустыма һәм ейәненә тигеҙ өлөштә ҡалдырғаны асыҡланды. Минең турала васыятта бер һүҙ ҙә юҡ. Эйе, әсәйем иҫән саҡта мөнәсәбәттәр бик шәптән түгел ине, ул һәр ваҡыт улын яҡыныраҡ күрҙе. Хәҙер мин, васыятта яҙылмағас, бөтөнләй өлөшһөҙ тороп ҡаламмы? Әсәйем үлгән саҡта миңә 56 йәш ине. Ниндәйҙер мотлаҡ өлөшкә хоҡуғым бармы, әгәр булһа, ниндәй күләмдә?
Земфира, Иглин районы.

— Эйе, хоҡуғығыҙ бар. Рәсәйҙең Гражданлыҡ кодексындағы 1149-сы статьяла билдәләнеүенсә, васыятнамәнең йөкмәткеһенә ҡарамайынса, мираҫ ҡалдырыусының эшкә һәләтһеҙ балалары уның яртыһынан да кәм булмаған өлөшөнә дәғүә итә ала. Эшкә һәләтһеҙ мираҫсы тип пенсия йәшенә еткәндәр иҫәпләнә (ҡатын-ҡыҙ — 55, ир-егет — 60 йәштән).

Васыят булмаһа ла...

— Атайым оҙаҡ йылдар әсәйем менән йәшәгәндән һуң, уның менән айырылышып, икенсе ҡатынға өйләнгәйне. Ярты йыл самаһы элек ул вафат булды, ә икенсе ҡатыны бөтә мөлкәтен үҙенә ҡалдырҙы. Атайымдың был ҡатын менән никахҡа тиклем алынған ҙур майҙанлы бер бүлмәле фатиры бар ине. Өйләнешкәс, ул яңы хәләл ефетенең фатиры менән бергә ҡушып, өс бүлмәлегә алмаштырғайнылар. Атайым ҡапыл вафат булғанлыҡтан, васыятнамә төҙөлмәгән. Әлеге ҡатын әйтеүенсә, фатир уныҡы ғына. Минең мираҫҡа хоҡуғым бармы?
Заһит, Стәрлебаш районы.

— Һорауығыҙҙан аңлашылыуынса, өс бүлмәле фатир һеҙҙең атайығыҙ һәм уның ҡатыны тарафынан уларҙың никахы осоронда һәм икеһенең дә өлөшөн бергә ҡушып алынған. Тимәк, был торлаҡ уларҙың никахта бергә туплаған милке булып иҫәпләнә. Законға ярашлы, икеһе лә яртышар өлөшкә дәғүә итә. Фатирҙың атайығыҙға тейешле яртыһы мираҫ иҫәбенә инә һәм вариҫтарға күсә. Һеҙ закон буйынса беренсе сират вариҫы иҫәпләнәһегеҙ, тимәк, атайығыҙҙың өлөшөнә хоҡуғығыҙ бар.


Вернуться назад