Башҡортостанда быйыл ғына барлыҡҡа килгән “Берлек” геосәйәси тикшеренеүҙәр үҙәге “Евразиялағы берләшеү шарттарында Рәсәй һәм төрки донъяһы” тигән аналитик доклад менән сығыш яһаны. Рәсәйҙең киләсәктә ниндәй илдәр менән хеҙмәттәшлек итеүе отошлораҡ булыр тигән һорауға матбуғат конференцияһында белгестәр төплө фекерен әйтте.
— Бөгөн Рәсәйҙә 15 миллиондан ашыу төрки телле халыҡ вәкиле йәшәй, — тине “Берлек” үҙәгенең етәксеһе Радик Мырҙағәлиев. — Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төрки илдәре араһында берҙәмлек һиҙелмәй. Август айында Азербайжанда үтәсәк өсөнсө саммит та быны раҫлай. Унда Төркмәнстан саҡырылғанға күрә, Үзбәкстан ҡатнашыуҙан баш тартты. Ә инде Рәсәйҙә төрки телле халыҡтар күп йәшәһә лә, беҙҙең ил бөтөнләй иғтибарҙан ситтә ҡалды. Хәҙер инде үҙаллылыҡ алған ошо дәүләттәрҙәге етешһеҙлектәрҙе беҙ яҡшы беләбеҙ. Шуға ла улар менән һәр яҡлап хеҙмәттәшлек яҡлыбыҙ.
Белгестәр фекеренсә, төрки илдәр хәҙер “уңғамы, һул яҡҡамы” йөҙөн борорға тип уйлана. Йәғни иҡтисади хеҙмәттәшлекте АҠШ менән нығытырғамы, әллә Рәсәйҙең йоғонтоһона бирелергәме?
— Үткән быуаттың аҙағында дуҫ-татыу йәшәгән нисәмә ил айырылып, көслө дәүләт юҡҡа сыҡты, — тине “Берлек”тең кәңәшсеһе, физика-математика фәндәре докторы Мөхәмәт Харрасов. — Беҙҙең иҡтисадыбыҙ ҙа, рухиәтебеҙ ҙә үҫешһен өсөн ошо илдәр менән иңгә-иң терәшеп йәшәргә кәрәклеген һуңлап аңлай башланыҡ. Ни тиһәң дә, төрки илдәр менән бик күп уртаҡ ҡиммәтебеҙ бар. Ҡырғыҙҙарҙың Сыңғыҙ Айытматовы, ҡаҙаҡтарҙың Мөхтәр Ауэзовы, төрөктәрҙең Нәзим Хикмәте, татарҙарҙың Ғабдулла Туҡайы, башҡорттарҙың Мостай Кәриме ниндәйҙер бер милләт менән генә сикләнмәй, улар тотош совет халҡыныҡы тип иҫәпләнде. Бына ошо уртаҡ шәхестәребеҙ, уртаҡ рухи байлығыбыҙ берләшеү өсөн нигеҙ булып тора.
“Берлек” геосәйәси тикшеренеүҙәр үҙәге әле төрлө өлкәлә аналитик күҙәтеүҙәр алып бара. Белгестәрҙең был төплө һығымталары киләсәктә Башҡортостанға инвестиция йәлеп итеүгә булышлыҡ итер, тигән фекерҙә ғалимдар.