Эшҡыуарҙарҙы яҡлау өлгөһө06.08.2013
Республика Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар берлегенең башҡарма вице-президенты Виктор Черепов менән осрашты.

— Башҡортостанда бизнес менән властың үҙ-ара бергәләп эш итеүенең ыңғай тәжрибәһе тупланған, — тип билдәләне Виктор Черепов. — Республика Президенты менән осрашыуҙа беҙ Башҡортостан Хөкүмәте менән Рәсәй сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар берлеге араһында килешеү төҙөү мәсьәләһен тикшерҙек. Әле уны профсоюздар һәм Президент Хакимиәте менән яраштырыу эше бара. Был — Рәсәй Хөкүмәте менән дөйөм Рәсәй Эш биреүселәр берекмәһе араһындағы генераль килешеүгә ҡул ҡуйыуға әҙерлек сараһы.
Сарала шулай уҡ эш биреүселәрҙе борсоған проблемалар, профсоюздар менән эш коллективтары араһындағы мөнәсәбәт, кадрҙар әҙерләү, һалым мәсьәләләре тикшерелде.
Шәхси эшҡыуарҙар өсөн һалым ставкаһы күтәрелеүе мәсьәләһе лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы.
— Беҙ ошо һалымды киренән ҡарау башланғысы менән сығыш яһаныҡ, киләһе 1 ғинуарҙан барыһы ла элекке кимәлгә ҡайтасаҡ, — тип билдәләне Виктор Черепов. — Ергә кадастр баһаһы биреү, эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил менән бергәләп эшләү буйынса күп кенә мәсьәләләр ҙә беҙҙең менән берлектә хәл ителде.
Әйткәндәй, Рәсәйҙең сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар берлеге — эшлекле даирәләрҙең мәнфәғәттәрен яҡлаусы дөйөм Рәсәй ойошмаһы. Ул йөҙҙән ашыу тармаҡ һәм төбәк берекмәһен үҙ эсенә ала һәм иҡтисадтың иң ҙур тармаҡтарын хеҙмәтләндерә.


Вернуться назад