Яңыһы осһоҙораҡҡа төшә06.08.2013
Республика Президенты Рөстәм Хәмитов Өфө районының Авдон ауылында төҙөлөп ятҡан спорт-һауыҡтырыу комплексын ҡараны.

Был объект 1998 йылда төҙөлә башлағайны. Проект буйынса, майҙаны 7 мең квадрат метр булған бинала бассейн, спорт залдары, бильярд бүлмәһе, ашхана төҙөү ҡаралған. Комплекстың тәүге исеме “Авдон ауылының республика реабилитация үҙәге” ине, ләкин 2003 йылда уны спорт-һауыҡтырыу комплексы тип үҙгәртергә ҡарар ителде. Эштәр әлегәсә тамамланмаған. Башҡортостан Хөкүмәтенең 2008 йылдың 21 июлендәге бойороғо менән объект баш ҡаланың муниципаль милкенә бирелергә тейеш ине, ләкин Өфө хакимиәте уны алыуҙан баш тартты. Әлеге көндә төҙөлөш барған урын һаҡланмай, шуға ла өлөшләтә юҡ ителгән, таланған. Һалынып бөтмәгән объекттың хаҡы 52 миллион һум тип баһалана, шуның 11 миллион һумы — “Башҡортостан” ҡошсолоҡ фабрикаһы аҡсаһы, 41 миллион һумы республика бюджетынан алынған. Рөстәм Хәмитовҡа объектты төҙөп бөтөү өсөн тағы ла 300 миллион һум аҡса индерергә кәрәклеген хәбәр иттеләр.
— Бынан тиҫтә йыл самаһы элек эшләнгән проектҡа ул тиклем аҡса һалыу маҡсатҡа ярашлы түгел, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — 150–200 миллион һумға бына тигән заманса физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөргә мөмкин.
Президент килеп тыуған хәлде яйға һалыу юлдарын тәҡдим итергә ҡушты.

* * *
Артабан республика башлығы “Башҡортостан” ҡошсолоҡ фабрикаһында булып, йомортҡаны сорттарға айырыу буйынса донъялағы иң ҡеүәтле машинаны ҡараны. Ул тәүлегенә 1,4 миллион йомортҡа үткәрергә һәләтле.

Рөстәм Хәмитовҡа предприятиеның минераль ашлама етештереүҙе үҫтереү пландары тураһында һөйләнеләр. Шулай уҡ Авдонда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү системаһын булдырыу ниәте бар. Президентты уның менән дә таныштырҙылар. Төҙөлөш эштәрен 2014 йылда башламаҡсылар — көнкүреш ҡалдыҡтарын бер урынға килтереп, сорттарға айырып төрәсәктәр.
Предприятие икенсел сеймалдан әҙер продукция эшләп сығарыуҙы күҙҙә тота. Полимер плитә, ҡыйыҡ ябыуы һәм башҡа полимер тауарҙар етештереү планлаштырыла. Хәҙер сүп-сарҙы эшкәртеү бизнесҡа әүерелергә тейеш, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. Шәхси эшҡыуарҙарға артабан үҫешеү мөмкинлеге бирергә кәрәк. Ә сүп-сарҙы эшкәртеү — тап бына бизнес.
Авдонда канализация мәсьәләһе лә ҡырҡыу тора. Был эште “Альта групп Урал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте үҙ иңенә алмаҡсы.


Вернуться назад