Кандидаттар хаҡында барыһы ла билдәле03.08.2013
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға депутаттар һайлауға 35 көн ваҡыт ҡалды. Һайлау кампанияһы ҡыҙғандан-ҡыҙа. Кандидаттарҙы тәҡдим итеү, уларҙы теркәү өсөн документтар тапшырыу осоро 21 июлгә тиклем барҙы.
Һайлауҙа ҡатнашыу хоҡуғына сәйәси партияларҙың 39 төбәк бүлексәһе эйә ине. Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев әйтеүенсә, үҙ йыйылыштарын һәм конференцияларын үткәреү тураһында 20 төбәк бүлексәһе хәбәр иткән. Теркәлеү өсөн иһә 13 партия документтарын килтергән. Алты төбәк бүлексәһе үҙ кандидаттарын бер мандатлы һайлау округы буйынса ғына тәҡдим иткән, ә ҡалғандары берҙәм республика округы буйынса ла тапшырған.
Кисә республика журналистары өсөн ойошторолған брифингта хәбәр ителеүенсә, кандидаттарҙың исемлеге тулыһынса билдәләнде. Теркәлеү өсөн 12 партия документтарын килтергән, уларҙың бөтәһе лә теркәлгән.
— 55 бер мандатлы һайлау округы буйынса 444 кандидат күрһәтелгәйне. Уларҙың 40-ы — үҙ-үҙен тәҡдим итеүселәр, ҡалғандары ун ике партияның төбәк бүлексәһе тарафынан сығарылған. Һөҙөмтәлә, 391-е теркәлде, — тине Хәйҙәр Арыҫлан улы.
Бер мандатлы һайлау округында теркәлгән кандидаттарҙың 338-е — ир-ат, ҡалған 53-ө — ҡатын-ҡыҙ. Уларҙың күпселеге — ойошма етәкселәре һәм уларҙың урынбаҫарҙары, эшселәр, хеҙмәткәрҙәр, шәхси эшҡыуарҙар ҙа бар. Шулай уҡ араларында — өс хужабикә, 12 пенсионер, ә унауһы бөтөнләй эшләмәй. 45 кандидат — бөгөн эшләп йөрөүсе төрлө кимәлдәге депутаттар. Шул иҫәптән 14-е — Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙыҡы. 328 кандидаттың юғары белеме бар. Төп дөйөм һәм урта дөйөм белемлеләр ҙә юҡ түгел.
Берҙәм һайлау округы буйынса 12 партия исемлеге теркәлгән. Йәмғеһе — 1234 кандидат. Уларҙың 354-е — ҡатын-ҡыҙ һәм 880 — ир-ат. Теркәлгән кандидаттарҙың 79-ы — төрлө кимәл депутаттары. Шул иҫәптән 22-һе — Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай, өсәүһе — Рәсәй Дәүләт Думаһыныҡы.
Журналистар Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесенән кандидаттар исемлеге, бюллетендәр, партиялар тураһында һорашты. Бөтәһе 6 миллион 200 мең самаһы бюллетень әҙерләнәсәк. Уларҙың 60 проценты урыҫ һәм 20-шәр проценты башҡорт һәм татар телдәрендә эшләнәсәк. Партияларҙың күп булыуы сәбәпле, бюллетень оҙон, шуға күрә КОИБ аппараттары уларҙы эшкәртә алмай.