Юрист кәңәштәре02.08.2013
Бер тәүлек кенә...

— Сит илдән автомобиль һатып алырға йыйынам. Уны үҙем ҡыуып алып ҡайтырға уйлайым. Һорауым шундай: таможняла теркәлмәгән автомобилдә күпме ваҡыт йөрөргә ярай? Ул машинала сит ил гражданы ултырып килһә лә, тәртиптәр бер үкме?
Дамир.
Стәрлебаш районы.

— Рәсәй Хөкүмәтенең 2003 йылдағы 715-се һәм 718-се ҡарарҙарына ярашлы, таможня аша үтмәгән автомобилдә бер тәүлек кенә йөрөргә ярай. Был ваҡыт таможня бүлексәһенә тиклем барып етеү өсөн генә бирелә.
Сит ил граждандарына ҡарата был осраҡта тәртип башҡараҡ. Улар өсөн автомобилде индереү һәм таможня теркәүе үтеү тәртибе түбәндәгесә. Үҙ илендә теркәлгән автомобилен Рәсәйҙә ваҡытлыса йәшәгәндә файҙаланған хәлдә сит ил граждандары таможня пошлинаһын, транспорт һалымын түләмәй. Әммә был ваҡыт бер йылдан ашырға тейеш түгел.

Еңеүселәр түләмәй

— Үҙем эшләгән ойошма менән судлашҡайным, бик күп ҡатмарлыҡтар һәм сығымдар менән еңеп сыҡтым. Бер нисә ай үткәс, предприятиеның етәксеһе алмашынды. Хәҙер килеп яңы хужалар минән суд сығымдарын түләүҙе талап итә. Был дөрөҫмө?
Мирас.
Благовар районы.

— Рәсәйҙең Гражданлыҡ процессуаль кодексының 103-сө һәм Арбитраж процессуаль кодексының 110-сы статьяларына ярашлы, суд сығымдарын еңелеүсе яҡ ҡапларға тейеш. Һеҙ дәүләт пошлинаһын түләгәнһегеҙ, башҡа сығымдарығыҙ булған, быны ла еңелгән яҡтан талап итергә мөмкин. Барыһы ла суд ҡарарында яҙыла. Бер нисек тә һеҙҙән аҡса таптыра алмайҙар. Үҙ һүҙегеҙҙә тороғоҙ, дөрөҫлөк — һеҙҙең яҡта.

Ялыу яҙығыҙ

— Декрет ялындамын. Мин эшләгән ойошма бала ҡараған өсөн пособиены ярты йылдан ашыу түләмәй. Белеүемсә, Социаль страховка фондынан аҡса күсерелгән, әммә предприятие кассаның бушлығына һылтана. Кемгә мөрәжәғәт итергә лә белмәйем. Декретта ултырған башҡа әсәләр ҙә ошондай хәлдә ҡалды. Беҙгә ни эшләргә?
Миңлегөл.
Баймаҡ районы.

— Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығының “Балалары булған граждандарға дәүләт пособиеһын билдәләү шарттары һәм түләү тәртибе тураһында”ғы бойороғондағы 51-се пунктта был түләүҙәргә дәғүә итеүселәр исемлеге һәм түләү ваҡыты күрһәтелгән. Уға ярашлы, һеҙгә пособиены башҡа хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы биргән көндө үк түләргә тейештәр. Хоҡуҡтарығыҙ боҙолған осраҡта һеҙ өс органға мөрәжәғәт итә алаһығыҙ: Социаль страховка фонды, Хеҙмәт инспекцияһы һәм Прокуратура. Өс урынға ла яҡынса ошондай йөкмәткеле хат яҙығыҙ: “Фәлән-фәлән предприятиела тикшереү үткәреүегеҙҙе һәм уларҙың эшмәкәрлегенең дөрөҫлөгөн асыҡлауығыҙҙы һорайым”. Шулай уҡ ҡасандан эшләй башлағанығыҙҙы, вазифағыҙҙы, ҡасан декрет ялына киткәнегеҙҙе һәм нимәне түләмәүҙәрен аныҡ күрһәтегеҙ. Закон менән билдәләнгән ваҡыт эсендә яуап ебәреүҙәрен талап итегеҙ. Хәбәр итеү шарты менән заказлы хат итеп һалыу хәйерлерәк.


Вернуться назад