Ҡаҙаҡтар менән дуҫлыҡ нығына02.08.2013
Ҡаҙаҡтар менән дуҫлыҡ нығынаӨфөлә Ҡаҙағстандың Павлодар өлкәһе делегацияһы ағзалары Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм Хөкүмәт ағзалары менән осрашты. Һөйләшеү хеҙмәттәшлек, иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу тураһында барҙы.

Ҡаҙағстан республикабыҙ өсөн мөһим сауҙа-иҡтисади партнер һанала. Былтыр ике арала сауҙа әйләнеше күләме 190 миллион доллар тәшкил иткән. Быға тулыһынса тиерлек экспорт иҫәбенә өлгәшелгән. Башҡортостанда ҡаҙаҡ капиталы ҡатнашлығында 24 предприятие, ундағы компанияларҙың өс филиалы һәм өс вәкиллеге бар.
Рөстәм Хәмитовтың фекеренсә, сауҙа әйләнешен үҫтереү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Таможня союзы булдырылғандан һуң бизнес өсөн шарттар тағы ла яҡшырҙы. Президент хеҙмәттәшлектең мөмкин булған юлдарын һанап сыҡты. Улар араһында Павлодар өлкәһенә Башҡортостанда етештерелгән троллейбустар, ҡала автобустары, тағылма транспорт һәм бетон бутағыс автомашиналар һатыу мөһим урын тота. Шулай уҡ еңел сәнәғәт, аҙыҡ-түлек сәнәғәте, ауыл хужалығы техникаһы һәм тауарҙары өлкәһендә лә бәйләнештәрҙе нығытыу яҡшы һөҙөмтәләр биреүе ихтимал.
— Павлодар өлкәһе — Ҡаҙағстандың алдынғы индустрия төбәктәренең береһе, ә Рәсәй — төп партнерыбыҙ, — тине Павлодар өлкәһенең аҡыны Ерлан Арын. — Ҡаҙағстандағы электр энергияһының 50 процентын беҙ етештерәбеҙ. Әле Башҡортостан менән кальцийлы сода сығарыу буйынса хеҙмәттәшлек итә башларға ниәтләйбеҙ.
Әлеге мәлдә өлкәлә Рәсәй компаниялары ҡатнашлығындағы 600-ҙән ашыу предприятие бар. Аҡын әйтеүенсә, улар өсөн Башҡортостан менән дә тығыҙ бәйләнештә эшләү мөһим.
Һөйләшеү барышында төрлө мәсьәлә күтәрелде. Эшҡыуарҙар ике арала авиабәйләнеш булмауын бизнесты тотҡарлаусы ҙур кәртә тип билдәләне. Яҡын арала Өфөнән, Павлодарға тура булмаған хәлдә лә, Астанаға тиклем самолет осороу мәсьәләһе ҡараласаҡ.
Шул уҡ көндө республиканың Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығында үткән осрашыуҙа Башҡортостандағы һәм Павлодар өлкәһендәге юғары уҡыу йорттары араһында хеҙмәттәшлек тураһында меморандумдарға ҡул ҡуйылды. Шулай уҡ “Башҡортостан сода компанияһы” менән “Казсода” йәмғиәттәре араһында кальцийланған сода етештереү заводын төҙөү проектын тормошҡа ашырыу тураһында килешелде.
Ә. ӘЙҮПОВА.
* * *

Өфөлә Рәсәй менән Ҡаҙағстан араһында сәйәси, иҡтисади һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек ептәрен нығытыуға арналған “түңәрәк өҫтәл” үтте. Сара Башҡортостан социаль технологиялар институтындағы Рәсәй ЮНЕСКО-ЮНЕВОК үҙәге менән Өфөләге асыҡ дипломатия үҙәге тарафынан ойошторолған.
"Түңәрәк өҫтәл"дә күтәрелгән төп мәсьәлә – ике яҡлы хеҙмәттәшлекте нығытыу, шулай уҡ Башҡортостан менән сәйәси һәм иҡтисади бәйләнештәрҙе көсәйтеү. Ҡаҙағстандың Павлодар өлкәһе башлығы Ерлан Арын фекеренсә, быға бөгөндән нигеҙ һалына. "Ҡаҙағстан менән Рәсәй араһындағы хеҙмәттәшлек бөгөн яңы кимәлгә күтәрелә. Стратегик партнерлыҡтың геосәйәси әһәмиәткә эйә булыуын һәр кем төшөнә", – тине ул. Быны Ҡаҙағстандың Рәсәйҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиле Галым Оразбаков та билдәләне: "Беҙҙең тарихыбыҙ ҙа, хәҙергебеҙ ҙә бер. Киләсәккә ҡарап фекер алышыу, йыйылып киткән мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү зарур".
Сарала сәйәсәткә, иҡтисадҡа, эшҡыуарлыҡҡа ҡағылышлы байтаҡ мәсьәлә күҙҙән үткәрелде. Йәш быуынды борсоған көнүҙәк темалар ҙа ситтә ҡалманы. Уның буйынса Астаналағы "Жас Улан" ойошмаһы етәксеһе Нәзирә Болдурукова һәм Мюнхендағы Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтының Евразия клубы рәйесе Юрий Кофнер менән тура бәйләнеш ойошторолдо.
Әлбиттә, бындай әһәмиәтле сара эҙһеҙ ҡалмаҫ, ә ике яҡлы хеҙмәттәшлектең үҫешендә ниндәйҙер ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшелер тип ышанғы килә.
З. РӘШИТОВ.


Вернуться назад