Һунар лимиты арттырылған02.08.2013
Башҡортостанда быйылғы 1 августан алып киләһе йылдың 1 авгусына тиклем һунар ресурстарын аулау лимиты раҫланды. 30 июлдә республика Президенты Рөстәм Хәмитов тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығындағы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо осорҙа 1 192 мышы, 775 ҡоралай, 8 824 ҡабан, 204 һоро айыу, 262 бурһыҡ, өс һеләүһен аулау рөхсәт ителә. Һунарсылыҡ биләмәләрендәге бөтә ғәмәлдәрҙе һунар хужалыҡтары хеҙмәткәрҙәре контролдә тотасаҡ.
Министрлыҡтың Хайуандар донъяһы объекттарын һаҡлау идаралығында әйтеүҙәренсә, быйыл лимит былтырғыға ҡарағанда байтаҡҡа арттырылған. Мәҫәлән, ҡабанға лимит бығаса ни бары 2 901 булған. Әлеге сараның маҡсаты — Африка тағуны таралыуына юл ҡуймау. Йәнлек аулауға үткәрелгән йәрәбәлә ҡатнашыу өсөн министрлыҡҡа һунарсыларҙан 13 меңдән ашыу ғариза тапшырылған.


Вернуться назад