“Хәл яҡшыра, сибайҙарға борсолорға урын юҡ”31.07.2013
“Хәл яҡшыра, сибайҙарға борсолорға урын юҡ”Кисә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Сибай ҡалаһында булды. Республика башлығының ҡалаға тәүге сәфәре түгел был. Шуға күрә Рөстәм Зәки улы сибайҙарҙың тормошо, йәшәү рәүеше, эш шарттары, торлаҡ, мәғариф, һаулыҡ һәм сәнәғәт өлкәһендәге проблемалары хаҡында яҡшы белә.

Президенттың эш сәфәрен ағас эшкәртеү сәнәғәтенән башлауы ла юҡҡа түгел: уның Сибайға тәүге килеүе лә ошо өлкә проблемаларына йүнәлдерелгәйне. “Һеҙҙә урман күп, әммә уны эшкәртеү яйға һалынмаған. Һөҙөмтәлә ағас күрше өлкәләргә – Силәбе һәм Ырымбурға — китә. Артабан былай итергә ярамай – уны үҙебеҙ эшкәртергә һәм бынан яҡшы табыш алырға тейешбеҙ”, — тигән һүҙҙәре бөгөн аҡрынлап тормошҡа аша.
Рөстәм Хәмитов “СибайЛесПром” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә булып, уның эш шарттары менән танышты. Предприятие етәксеһе Андрей Ивашечкин әйтеүенсә, бөгөн ойошма төҙөлөш өсөн кәрәкле булған барлыҡ материалдарҙы етештерә. Бысылған йәки сите тигеҙләнгән таҡталар, евровагонка, обналичка, плинтус һәм иҙән таҡтаһының ниндәйе генә юҡ! Үҙеңә кәрәклеһен һайлап ҡына ал. Бөгөн бында илленән ашыу кешегә эш урыны булдырылған, айлыҡ хеҙмәт хаҡы 13 мең 500 һум тәшкил итә. Киләсәктә “СибайЛесПром” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәкселеге “Глобал Эдж” компанияһы менән берлектә түбән сортлы ағас ҡалдыҡтарын тәрәндән эшкәртеү йүнәлешендә эш башларға уйлай. Предприятиеның тулы ҡеүәттә эшләүе өсөн бар шарттар тыуҙырылған: ағас эшкәртеү техникаһы һәм ҡорамалдары һатып алынған, киптереү камералары, гидроманипуляторҙар яңыртылған.
Бөгөн Сибайҙа 2 600 кеше бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә, улар ҡаланың эшкә һәләтле халҡының 20 процентын эш менән тәьмин итә. Цемент эшкәртеү, асфальт-бетон ҡатнашмалары өсөн минераль порошок етештереүсе “Технострой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең эшмәкәрлеге лә республика етәкселегенең күҙ уңынан ситтә ҡалманы. Артабан Президент ҡаланың иң эре тау сәнәғәте предприятиеһына юлланды. Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалының мәғдән табыуҙа ҡулланылған һыуҙы таҙартыу ҡоролмаһы эшмәкәрлеге менән танышты. Әгәр элек комбинаттың һыу ҡалдыҡтары Ҡарағайлы йылғаһын бысратһа, ҡоролма сафҡа инеү менән һыуҙың сифаты күпкә яҡшырған. Был хаҡта йылғала балыҡ күренә башлауы ла дәлилләй.
Яңы төҙөлә башлаған 55 фатирлы социаль йорттоң хәле менән ҡыҙыҡһынып, Рөстәм Хәмитов уның кемдәргә биреләсәге хаҡында белеште. Йыл аҙағында сафҡа инәсәк йорттан 35 фатир – етемдәргә, икәүһе һуғыш ветерандарына һәм йәш ғаиләләргә тәғәйенләнгән. Төбәк етәксеһенең: “Ысынбарлыҡтан гүйә әкиәт донъяһына юлыҡҡандай булдыҡ”, — тип шаяртыуында хаҡлыҡ бар ине. Сөнки күптән түгел генә файҙаланыуға тапшырылған 220 урынға иҫәпләнгән “Әкиәт” балалар баҡсаһы Президент сәфәренең һуңғы туҡталышы булды. Заман талаптарына яуап биргән балалар баҡсаһын төҙөү өсөн 135 миллион 700 мең һум аҡса тотонолған, уны «Строймеханизация” йәмғиәте төҙөгән. Балалар баҡсаһы мөдире Наталья Фәттәхова әйтеүенсә, бында буласаҡ олимпиада еңеүселәрен тәрбиәләмәү мөмкин түгел. Әйтергә кәрәк, кескәйҙәрҙең һаулығын нығытыу өсөн бассейн, ҡоро душ, массаж бүлмәләре лә йыһазландырылған.
Шулай уҡ Рөстәм Хәмитов ҡала халҡы менән осрашты, уларҙың йәшәйеше, тормошо, торлаҡ-коммуналь хужалыҡтарҙың эше менән ҡыҙыҡһынды. Биш йәшлек Ильяс һәм өс йәшлек Рамазан ейәндәрен “Әкиәт” балалар баҡсаһына алып йөрөгән өләсәй Әлфиә Ильясова Башҡортостан Президентына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Биш район делегацияһы исеменән бер төркөм ата-әсә көньяҡ-көнсығыш райондары уҡыусылары белем алған Сибай интернат-гимназияһының заман талаптарына яуап бирмәүен, балалар йәшәү өсөн шарттарҙың булмауын бәйән итте һәм киләсәктә яңы интернат төҙөү ихтыяжын белдерҙе. Рөстәм Зәки улы был мәсьәлә менән яҡындан танышып, тиҙ арала яуап бирәсәген әйтте.
Журналистар менән осрашыуында Башҡортостан Президенты Сибайҙың төҙөк һәм матур ҡала икәнлеген билдәләне, халҡының эшсән булыуына һоҡланыуын йәшермәне. Бигерәк тә бында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ҙур иғтибар бирелеүенә, төҙөлөштөң йылдам барыуына үҙ ҡарашын белдерҙе. “Комбинаттың эштәре көйлө бара икән, тимәк, таусылар ҡалаһы ла йәшәй һәм сибайҙарға борсолорға урын юҡ” тигән һүҙҙәре ҡала халҡына иң оло баһа булғандыр.
Артабан Президенттың эш сәфәре Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарында дауам итте.


Вернуться назад