Йыйылма түләү нормаға тап килә31.07.2013
Башҡортостан вәкилдәре Волга буйы федераль округында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһен үҫтереү мәсьәләләре буйынса видеоселектор кәңәшмәһендә ҡатнашты.

Рәсәйҙең төбәктәр үҫеше министры урынбаҫары Сергей Дарькин үткәргән кәңәшмә барышында коммуналь хеҙмәттәр өсөн йыйылма түләүҙең үҙгәреүе тикшерелде. Быйыл 1 июлдән хаҡты планға ярашлы арттырыу тураһындағы ҡарар федераль кимәлдә ҡабул ителде. Әле Волга буйы федераль округы төбәктәре хаҡ артыуын мөмкин тиклем кәметеү буйынса күрелгән саралар хаҡында хәбәр итте. Башҡортостанда коммуналь хеҙмәттәр өсөн йыйылма түләүҙең артымы йылына 6 процент кимәлендә һаҡлап ҡалынды. Хөкүмәт ҡарары менән коммуналь хеҙмәттәр өсөн компенсация биреү тәртибе раҫланды.
— Белеүемсә, Хөкүмәт ҙур эш башҡарҙы. Республика бюджетында муниципаль берәмектәр ҡаҙнаһына 860 миллион һум күләмендә субсидия бүлеү ҡарала, — тине Сергей Дарькин.
Ошо схема буйынса компенсацияны барыһы ла аласаҡ. Бының өсөн документ йыйыу, сиратҡа баҫыуҙың кәрәге юҡ. Бөтә мәғлүмәтте йортто хеҙмәтләндергән идарасы компания һәм торлаҡ милекселәре ширҡәте тапшыра. Тейешле килешеүҙәр нигеҙендә ошо ойошмаларға аҡса күсерелә, артабан улар коммуналь хеҙмәттәргә йүнәлтелә.


Вернуться назад