277 кандидат теркәлде31.07.2013
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарын һайлауға бер мандатлы округтар буйынса 277 кандидат теркәлгән. Шуларҙың 269-ы сәйәси партиялар тарафынан тәҡдим ителгән, һигеҙ кеше үҙ-үҙен күрһәткән.
Әле “Берҙәм Рәсәй”ҙән — 50, Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһынан — 19, ЛДПР-ҙан — 35, “Ғәҙел Рәсәй”ҙән — 43, “Рәсәй патриоттары”нан — 46, “Яблоко”нан — 1, “РПР-ПАРНАС”тан — 3, “Йәшелдәр альянсы — Халыҡ партияһы”нан — 12, “Рәсәй ветерандары партияһы”нан — 12, “Рәсәй халыҡ идараһы партияһы”нан — 12, “Рәсәй баҡсасылар партияһы”нан — 1, “Гражданлыҡ платформаһы”нан — 25, “Воля” партияһынан — 2, “Рәсәйҙең “Йәшелдәр” экологик партияһынан 8 кандидат бар.
Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы берҙәм һайлау округы буйынса биш сәйәси партияның төбәк бүлексәһе кандидаттары исемлеген теркәгән. Улар иҫәбенә “Берҙәм Рәсәй”ҙең (135 кандидат), “Рәсәй патриоттары”ның (113), “Рәсәй халыҡ идараһы партияһы” (137), “Йәшелдәр альянсы — Халыҡ партияһы” (100) һәм “Ғәҙел Рәсәй”ҙең (109) төбәк бүлексәләре инә. Берҙәм округ буйынса парламент һайлауында ҡатнашыусы 19 сәйәси партияның 12-һе үҙҙәренең исемлектәрен тәҡдим иткән.
Урындағы һайлауҙа 693 кандидаттың 648-е теркәлгән. Шуларҙың 290-ы — “Берҙәм Рәсәй”, 13-ө — Рәсәй Коммунистар партияһы, 13-ө — “Ғәҙел Рәсәй”, 57-һе — “Рәсәй патриоттары”, икәүһе башҡа партиялар вәкиле, 274 кеше үҙ-үҙен тәҡдим иткән. 8 сентябрҙә, Берҙәм тауыш биреү көнөндә, Башҡортостандың бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға һайлауҙа 110 депутат мандаты тапшырыла, шулай уҡ муниципаль һайлау ҙа үткәрелә.