Быйыл көҙ Өфөлә бәләкәй һәм ҙур бизнес даирәләре өсөн Ҡаҙағстан, Төркиә, Һиндостан, Тажикстан вәкилдәре ҡатнашлығында “түңәрәк өҫтәл”дәр ойоштороласаҡ.
ШОС һәм БРИКС дәүләттәре иҫәбенә ингән илдәр менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү Башҡортостан Республикаһының иҡтисади мөмкинлектәрен күрһәтеү маҡсатында үткәрелгән сара барышында төҙөлгәйне. Сит ил эшҡыуарҙарын республиканың станоктар эшләү, нефть химияһы, фармацевтика, нанотехнологиялар тармаҡтары айырыуса ҡыҙыҡһындыра. Көҙөн иһә сит ил вәкилдәре Өфөгә был мөмкинлектәр менән яҡындан танышыу өсөн килә. Эшлекле осрашыу бизнес-форум форматында үтәсәк. Ҙур форумда ҡатнашырға теләге булған эшҡыуарҙар махсус анкета тултырып, уны түбәндәге адрес буйынса ебәрә ала:
[email protected]. Ғаризаларҙы 15 сентябргә тиклем тапшырып өлгөрөргә кәрәк. Форумға ҡағылышлы киңерәк мәғлүмәтте http://www.ufa2015.ru/media/events/151/ адресы буйынса алырға мөмкин.