Рөстәм Хәмитов: “Мөмкинлектәрҙе ҡыйыуыраҡ файҙаланырға кәрәк”30.07.2013
21—25 июлдә Башҡортостандың Президент Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге делегацияһы эш сәфәре менән Америка Ҡушма Штаттарында булды. Сәфәрҙә ҡатнашыусылар араһында Хөкүмәт, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ағзалары, муниципалитет башлыҡтары, финанс һәм сәнәғәт ойошмалары етәкселәре бар ине.
22 июлдә Хьюстонда Техас штатының эшлекле даирәләре ҡатнашлығында бизнес-форум үтте. Нефть, химия, газ тармаҡтары, финанс төркөмдәре вәкилдәре сараға ҙур ҡыҙыҡһыныу белдерҙе. Рөстәм Хәмитов Башҡортостан менән таныштырҙы, төбәктең иҡтисади мөмкинлектәре, инвесторҙар өсөн асыҡлығы хаҡында һөйләне, Америка эшҡыуарҙарының һалым ташламалары, башҡа өҫтөнлөктәр тураһындағы һорауҙарына яуап бирҙе. Форумда Башҡортостанда транспорт-логистика терминалдары төҙөү, медицина үҙәктәре асыу, ауыл хужалығы комплекстары ойоштороу буйынса инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу хаҡында һүҙ барҙы.
Техастың административ үҙәге булған Остин ҡалаһында Рөстәм Хәмитов Ауыл хужалығы департаменты етәксеһе Тодд Стэлс менән осрашты. Унда ген малсылығын һәм үҫемлекселеген үҫтереү йәһәтенән хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре ҡаралды. Осрашыу барышында Башҡортостан хужалыҡтарының Техастан тоҡомло малдар һатып алыу мәсьәләһе тикшерелде. Департамент етәкселеге был йәһәттән ярҙам итергә әҙерлеген белдерҙе.
Техас штатының транспорт департаментында Башҡортостанда юл япмаһы өсөн “Терракрит” стабилизаторы етештереү заводын төҙөү проекты тикшерелде. Был башланғыс республикабыҙҙың юл тармағында Төньяҡ Америка капиталын ҡатнаштырыу йәһәтенән тәүге етди аҙым булмаҡсы. Әле Башҡортостанда АҠШ-тың юл комплексы предприятиелары менән эшләүҙең ыңғай тәжрибәһе бар. Өфөлә “TerraCrete Technologies” тип аталған Америка — Германия — Башҡортостан предприятиеһы теркәлгән. Уның маҡсаты — акрил-латекслы сополимерҙар нигеҙендә грунтты тотороҡландырыу өсөн яңы быуын препараттары сығарыуҙы ойоштороу. Бындай препараттарҙың тәүге партияһы былтыр Өфөнөң Октябрь районындағы Зинин ҡасабаһы юлында ҡулланылған. Һөҙөмтәләрҙән күренеүенсә, юлдың сифаты байтаҡ күрһәткестәр буйынса норматив талаптарға яуап бирә. Бер йыл файҙаланыуға ҡарамаҫтан, юлда соҡорҙар, һикәлтәләр юҡ.
23 июлдә Рөстәм Хәмитов АҠШ-тың коммерцияға ҡарамаған иң ҙур учреждениеларының береһендә — аэройыһан технологиялары, энергияны һаҡлау, эске яныулы двигателдәр эшен ҡулайлаштырыу, быраулау ғәмәлдәрен камиллаштырыу өлкәһендә практик тикшеренеүҙәр үткәргән Көньяҡ-көнбайыш тикшеренеү институтында — булды. Башҡортостан Президенты институт президенты Дэн Бейтс менән осрашты, ойошма менән танышты, тикшеренеү лабораторияларын ҡарап сыҡты. Институт концепцияһында ҙур корпорациялар заказы буйынса тикшеренеүҙәр уҙғарыу, артабан уларҙы ғәмәлдә тормошҡа ашырыу күҙаллана. Һөҙөмтәлә һәр тикшеренеү ғәмәли әһәмиәткә эйә. Рөстәм Хәмитов бындай ғилми үҙәктәрҙе Рәсәй төбәктәрендә лә асырға кәрәклеген билдәләне һәм Башҡортостанда тикшеренеү институты асыу мөмкинлеген күҙ уңында тотҡан килешеү төҙөргә тәҡдим итте.
Капитолияла Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм губернатор Рик Перри Сәләмләү адресы һәм Декларация менән алмашты. Ике документта ла мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүҙең мөһимлеге, артабанғы хеҙмәттәшлеккә әҙерлек билдәләнә. Сарала ике яҡлы хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙе әҙерләү тураһында һөйләшелде. Уға Капитолия губернаторының Башҡортостанға яуап сәфәре барышында ҡул ҡуйылыуы ихтимал. Рик Перри, республика башлығының саҡырыуын ҡабул итеп, Башҡортостанға килергә теләк белдерҙе.
Техас штаты хакимиәтендә юридик һәм социаль-иҡтисади эшмәкәрлек мәсьәләләрен көйләгән Джон Стин менән һөйләшеү барышында ике төбәк иҡтисадының оҡшашлығы билдәләнде. Етештереү структураһында уларҙа нефть химияһы, машиналар эшләү һәм аграр тармаҡтар өҫтөнлөк итә.
25 июлдә делегацияның АҠШ-ҡа рәсми сәфәре тамамланды.
* * *
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Кушнаренко районына эш сәфәре барышында М-7 “Волга” трассаһын реконструкциялау, Өфөнөң Затон биҫтәһендә юл һәм күпер һалыу менән танышты.
Башҡортостан биләмәһе аша үткән М-7 федераль магистрален реконструкциялау проекты 2008 йылдан башлап дүрт этапта тормошҡа ашырыла. Өсөнсө һәм дүртенсе комплекстарҙы төҙөү тамамланған, улар ғәмәлгә индерелгән. Әле 20 саҡрымлыҡ беренсе һәм икенсе комплекстарҙа эш бара. Тәүге участка әҙер тиерлек, унда 2,6 миллиард һум үҙләштерелгән. Икенсе участкаға ҡаҙнанан 1,7 миллиард һум бүленгән.
Автомобиль юлы төҙөлөшөндә ҡайһы бер яңылыҡтар файҙаланыла. Атап әйткәндә, Башҡортостан аша үткән федераль трассала тәүге тапҡыр һыу ағыҙыу һәм ауыл хужалығы техникаһы өсөн металл аркалар ҡоролдо. Улар төҙөлөштө тиҙләтә, өҫтәүенә арзанға төшә. Эш тамамланғас, трасса эргәһендә яғыулыҡ ҡойоу станциялары, кемпингтар барлыҡҡа киләсәк.
Рөстәм Хәмитов юлды файҙаланыуға тапшырыу ваҡыты менән ҡыҙыҡһынды. Төҙөүселәр әйтеүенсә, сентябрь аҙағы — октябрь башында транспорт хәрәкәте асыласаҡ.
— Был юл беҙгә бик кәрәк, шуға күрә уны мөмкин тиклем тиҙерәк сафҡа индереү фарыз. Объект файҙаланыуға тапшырылыу менән юл фажиғәләре һаны кәмейәсәк, — тине Башҡортостан Президенты. Ул төҙөлөш барышында сифатты контролләү зарурлығын айырым иғтибарға алды. “Һамар — Өфө — Силәбе” автомобиль магистрале идаралығы етәксеһе Радмир Ваһапов әйтеүенсә, бөтә һөҙөмтәләргә өс яҡлы тикшереү үткәрелә.
Башҡортостан Президенты төҙөүселәрҙе заманса технологияларҙы ғәмәлгә индерергә, юл һалыуҙа сит ил тәжрибәһен файҙаланырға саҡырҙы.
— Ошо аҙнала ғына Америкала булып ҡайттым. Унда тупраҡ өйөмдәре юҡ, эстакадалар ғына ҡоролған. Улар билдәле бер йөктө күтәреүгә иҫәпләнгән элементтарҙан йыйыла. Йылдам һәм сифатлы итеп төҙөйҙәр. Беҙҙең проектлаусыларға ошо тәжрибәгә иғтибар итергә кәрәк. Тупраҡ өйөмө — ул үткән заман, — тине Рөстәм Хәмитов.
Өфөлә төбәк башлығы Затон биҫтәһен төньяҡтан урап үткән юлды ҡарап сыҡты. Бында төҙөлөш 2006 йылда башланғайны. Эштең бер өлөшө тамамланған. Участканың оҙонлоғо — 9 километр, смета хаҡы — 3,8 миллиард һум.
Төҙөүселәр менән әңгәмәлә Рөстәм Хәмитов: “Тармаҡҡа күпләп аҡса бүленеүгә ҡарамаҫтан, халыҡ юл сифатынан ҡәнәғәт түгел”, — тип билдәләне.
Эш сәфәре барышында Башҡортостан Президенты Һалле ҡалаһы исемендәге урам башланған ерҙән Ағиҙел йылғаһы аша күпер һалыу проекты менән танышты. Өфө хакимиәте заказына ярашлы, “Гипростроймост” институты 836 метрлыҡ күпер проектын эшләгән. Төҙөлөштөң дөйөм хаҡы 6,3 миллиард һум тәшкил итә. Эште быйыл сентябрҙә башлау күҙаллана. Проектҡа ярашлы, бында шулай уҡ йәйәүлеләр өсөн “Йылға” туҡталышына сыға торған ер өҫтө үткәүеле һалыу ҡарала.
— Өфөнөң тормошо күперҙәргә бәйле. Әммә бер генә күпер етмәй, икенсеһен һалырға, проектларға, аҡса эҙләргә кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов.